Сәләмәт булайыҡ
6 Август 2021, 12:30

“Тотош коллектив менән яһаттыҡ”

“Туймазыагрогриб” крәҫтиән-фермер хужалығы хеҙмәткәрҙәре коронавирустан вакцинациялау үткән.

“Тотош коллектив менән яһаттыҡ”“Тотош коллектив менән яһаттыҡ”
“Тотош коллектив менән яһаттыҡ”

“Туймазыагрогриб” крәҫтиән-фермер хужалығы хеҙмәткәрҙәре  коронавирустан вакцинациялау  үткән. Коронавирус менән сирләүселәр артҡандан-арта, шуға күрә коллектив иммунитет булдырыу – уртаҡ бурыс.

 - Һуңғы осорҙа техника һатып алыу өсөн байтаҡ сығымдар китте, ошо  йылда ғына биш импорт ауыл хужалығы машинаһы алдыҡ. Ике йыл эсендә ауыл хужалығы майҙандарын киңәйттек, иген һәм иген-ҡуҙаҡлылар культураларын үҫтереүҙе  35 процентҡа арттырҙыҡ, ай һайын  60 тонна бәшмәк етештерәбеҙ. Бар ҡеүәткә эшләйбеҙ, сөнки етди кредит бурыстарыбыҙ бар. Шуға ла, хеҙмәткәрҙәрҙең сәләмәтлеге беҙҙең өсөн бик мөһим, иҡтисади ғәмәл, - ти предприятие етәксеһе Марсель Фәррәхов.

 

Коронавирус пандемияһы хужалыҡ эшен ҡатмарлаштырған. Битлек режимына ҡарамаҫтан, предприятиеның 44 хеҙмәткәре ковид менән сирләгән. Һис шикһеҙ, преприятие өсөн был һынау осоро булған, сөнки эш көтөп тормай, бурыстар ҙа ҡыҫа. 

 

Коронавирустың яңы штамдары барлыҡҡа килгән, тигәс, хужалыҡта хеҙмәткәрҙәр араһында аңлатыу эше алып барғандар, хәлдең етдилеген төшөндөргәндәр. Бәләнән ҡотолоуҙың төп юлы – вакцинациялау үтеү. Был үҙеңде лә, башҡаларҙы ла, производствоны ла ҡурсаларға ярҙам итә.

 

Һөҙөмтәлә, тәүҙә предприятиеның 22 хеҙмәткәре прививка яһатҡан, унан тағы 8 кеше ҡушылған. Етәксе үҙе лә тәүгеләр рәтендә булған. Барыһы ла үҙен яҡшы тоя.  

 

Менеджер Ираида Романова прививка яһауҙа бер ниндәй ҙә яңылыҡ юҡ ти, сөнки бөтәбеҙ ҙә бала саҡтан уларҙың һәммәһен яһатабыҙ. Коронавирус кеүек сир барлыҡҡа килгәс, унан вакцина яһатыу ҙа тиҙҙән ҡәҙимге күренешкә әүерелер, ти ул.

 

Фото предприятие архивынан.

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас