

Кисә ил Президенты Владимир Путин менән эш осрашыуы мәлендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уға республикала үлем осраҡтары кәмей башлауы тураһында һөйләне. Шулай уҡ коронавирус буйынса дөйөм хәлдәр менән таныштырҙы.
– Нимәһе мөһим, беҙ быны махсус өйрәндек – апрель аҙағы-май башынан алып яҡшы тенденция барлыҡҡа килде: кешеләр әҙерәк үлә. Былтырғы йыл ауыр булды, быйыл яҡшыраҡ. Кешеләр дөйөм алғанда пневмониянан да, онкологиянан да, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән дә әҙерәк үлә башланы, – тине Радий Хәбиров. – Ә дөйөм алғанда беҙ үҙебеҙгә шундай маҡсат ҡуйҙыҡ: пандемияға ҡарамай, беҙ был хәлдән тағы ла модернизациялы һәм нығынған булып сығырға теләйбеҙ.
7 авгусҡа ҡарата республикала коронавирустың 50069 осрағы теркәлгән. 46155 кеше һауыҡҡан, уларҙың 375-е һуңғы тәүлектә.
Фото: ufimnivy.rbsmi.ru