Сәләмәт булайыҡ
7 Август 2021, 11:00

Прививка яһатып та, дауаханаға?

COVID-19 менән сирләгәндәрҙе дауаханаға оҙатыуҙың өс төп сәбәбе бар тип белдерә табиб. Асыҡланыуынса...

Прививка яһатып та, дауаханаға?Прививка яһатып та, дауаханаға?
Прививка яһатып та, дауаханаға?

 

Рәсәй табибы, эпидемиолог Эдуард Шунков COVID-19 менән сирләгәндәрҙе дауаханаға оҙатыуҙың өс төп сәбәбе бар тип белдерә.

Беренсенән, вакцинациянан һуң организм вирус менән бәйләнешкә ингәнгә тиклем антиесем эшләп өлгөрмәүе ихтимал.

Икенсенән, кешенең организмдары төрлө һәм тап ошо үҙенсәлектәргә бәйле, иммун-компромат факторҙары булған осраҡта, антиесемдәр кешене һаҡларлыҡ кимәлдә формалашмай.

Өсөнсөһө –  юғары һаҡлау кимәле булыуға ҡарамаҫтан, вирус көсөргәнеше унан да юғарыраҡ булған осраҡта.

Шунков,  шулай уҡ, тағы бер мөһим факторҙы билдәләй. Прививка яһатҡан кешенең эргә-тирәһендәге башҡалар ҙа вакцинацияланған осраҡта ғына ул үҙен хәүефһеҙ итеп тоя аласаҡ.

Шуға күрә прививканы мөмкин тиклем күберәк кешеләр яһатырға тейеш. Әлбиттә, сәләмәтлегенә бәйле проблемалары булғандар, аллергиянан йонсоғандар прививканы кисектерә ала  йә табип һығымтаһы буйынса бөтөнләй  яһатмауы  ихтимал.

Быға тиклем Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко  COVID-19 менән сирләп дауаханаға эләгеүселәрҙең 98 проценттан ашыуы коронавирустан прививка яһатмаған тип белдергәйне.

Был вакцинациялауҙың һөҙөмтәле икәнлеген күрһәтә, тип һығымта яһай ведомство етәксеһе.

Фото:  bk.ru

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас