Сәләмәт булайыҡ
9 Август 2021, 16:30

Ике көн ял өҫтөнә – 5 мең һум аҡса!

"Бөгөн мин дә вакцина яһатырға тип барғайным, “ярты йылдан һуң килерһең”, тип ҡайтарҙылар..."

Ике көн ял өҫтөнә – 5 мең һум аҡса!Ике көн ял өҫтөнә – 5 мең һум аҡса!
Ике көн ял өҫтөнә – 5 мең һум аҡса!

Донъяны баҫҡан коронавирус сиренең таралыуын туҡтатыу, үлем осраҡтарын кәметеү  өсөн бары вакцинация ғына ярҙам итә ала. Был – бөгөнгө ысынбарлыҡ. Республика предприятиелары, учреждениелары эшсе көстө һаҡлау, сирҙең таралыуына юл ҡуймау, эш барышын туҡтатмау маҡсатында вакцинацияны тиҙләтеү, ойоштороу йәһәтенән  төрлө дәртләндереү саралары уйлап таба. Күгәрсен районының “Тәүәкән” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте  етәкселеге мөһим эште контролдә тота.

Вакцина яһатҡан эшселәрен дәртләндереү маҡсатында ике көн ялға өҫтәп бишәр мең һум аҡса бирергә ҡарар иткәндәр. Хәйер, эш башы аҡсала ғына түгел, мәкерле сирҙең ниндәй ҡайғы-хәсрәт алып килеүен, прививка яһатырға кәрәклеген  тәүәкәндәрҙең күбеһе яҡшы  аңлай.

 Секретарь Гүзәл Фәрит ҡыҙы Әбдрәхимова әйтеүенсә, әле хеҙмәткәрҙәрҙең 43 проценты вакцинацияланған, был – 87 кеше тигән һүҙ. Медицина күрһәтмәһе буйынса әлегә прививка яһатыу тыйылған кешеләр ҙә бар. Барлығы йәмғиәттә 250 кеше эшләй. Ауылдағы фельдшер-акушерлыҡ пунктында эшләгән шәфҡәт туташы  Шәмсиә Иҫәнгилдина  прививка яһатыуға яуаплы ҡарай.

– Бөгөн мин дә вакцина яһатырға тип барғайным, “ярты йылдан һуң килерһең”, тип ҡайтарҙылар, - тип көрһөнә Гүзәл. – Мин был сирҙең ни тиклем   ауыр, хәлде алғыс, яман сир икәнлеген яҡшы беләм, сөнки быйыл июнь айында ҡаты сирләнем. Тын алыуы ауырлаша, атлап йөрөп тә, һөйләшеп тә булмай. Иптәшем дә сирҙе бик ауыр кисерҙе. Әле Азат эшкә сыҡты сығыуын, ул тракторсы-машинист булып эшләй.  Хәйләкәр ковидтың эҙемтәләрен белеп булмай, һаулыҡ артабан нисек булыр... Мотлаҡ вакцина яһатасаҡбыҙ. 

       Балаларыбыҙҙың икәүһе сирҙе йоҡторҙо, игеҙәктәребеҙҙең  береһенә мәкерле сир ҡағылманы.   Ғаиләбеҙ менән ҙур юғалтыу кисереүҙән шаңҡып ҡалдыҡ -  быйыл коронавирустан шап-шаҡтай йөрөгән бейемем  вафат булды.  Шуға күрә тағы ла бер тапҡыр ҡабатлайым, һуңлап ҡуймаҫ өсөн прививка яһатырға ашығығыҙ, был сир уйын түгел. Үкенескә булмаһын...

Гүзәл Фәрит ҡыҙының әйтеүенсә, коллективтағы хеҙмәткәрҙәрҙең 32-һе сирҙе үткәргән. Кемдер еңелерәк, кемдер бик ауыр кисергән. Тракторсы Николай Леонидович Кобзев былтыр көҙ айҙарында ҡаты ауырып китеп, дауаханала бер ай самаһы дауаланған. Быйыл апрель айында үҙ теләге менән  “СпутникV” вакцинаһын ҡаҙатҡан.

“Тәүәкән” яуаплылығы сикләнгән  йәмғиәт  ағзалары өсөн   үҙеңдең генә түгел, башҡаларҙың да һаулығын хәстәрләүҙә өлгө алырҙай хеҙмәттәштәре  етерлек. Мәҫәлән, етәкселәре Данил Урал улы Дәминдәров  тәүгеләрҙән булып  прививка яһатты.

Фото:VK.com

 

Ике көн ял өҫтөнә – 5 мең һум аҡса!
Ике көн ял өҫтөнә – 5 мең һум аҡса!
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас