Сәләмәт булайыҡ
9 Август 2021, 11:50

Махсус интерактив карта эшләй башланы

Ресурста сирлеләр, һауыҡҡандар һәм вафат булғандар һаны, шулай уҡ ваҡытлыса сикләүҙәр тураһында мөһим мәғлүмәт бирелә. Мәғлүмәттәр көн һайын яңыртыла.

Махсус интерактив карта эшләй башланыМахсус интерактив карта эшләй башланы
Махсус интерактив карта эшләй башланы

Башҡортостанда COVID-19 буйынса сикләү сараларын стопкорнавирус.рф рәсми порталында махсус интерактив карта ярҙамында күҙәтергә мөмкин. Сервис “Милли өҫтөнлөктәр” ойошмаһы менән берлектә  “Диалог” автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошма тарафынан әҙерләнде.

 

Ресурста сирлеләр, һауыҡҡандар һәм вафат булғандар һаны, шулай уҡ ваҡытлыса сикләүҙәр тураһында мөһим мәғлүмәт бирелә. Мәғлүмәттәр көн һайын яңыртыла. Карта өсөн мәғлүмәтте Республикаға идара итеү үҙәге бирә.

 

– Тотош алғанда Башҡортостанда коронавирус менән хәл тотороҡло, койка фонды етерлек. Әммә тынысланырға ярамай, – тине Радий Хәбиров.– Вакцинация темпын үҫтерергә кәрәк, айырыуса артта ҡалған муниципалитеттарҙа.

 

“Диалог” ойошмаһы генераль директоры Алексей Гореславскийҙың әйтеүенсә, пандемияның тәүге тулҡынында уҡ карта эшләгән, унда сикләүҙәрҙе алыу этаптары реаль ваҡытта сағылдырылған. Ул саҡта картаны айына ҡараусылар һаны 56 миллионға еткән.

 

– Коронавирустың беҙҙең тормошобоҙҙан тиҙ генә китмәүе билдәле, эпидемиологик хәл илдә ҡатмарлаша, төбәктәр яңынан сикләүҙәр индерә. Шуға күрә беҙ интерактив карта эшен тергеҙергә булдыҡ. Башланғысты Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Татьяна Голикова хупланы, – тине Алексей Гореславский.

 

Проект мәғлүмәт биреүҙән тыш, кешегә пандемия ваҡытында сирҙе йоҡтороуҙан һаҡланырға, тормошто планлаштырырға ярҙам итәсәк.

 

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда дөйөм туҡланыу, мәҙәниәт һарайҙары, матурлыҡ салондары, шифаханалар  һәм башҡа социаль объекттар ғәҙәти режимда эшләй. Музейҙарға, төнгө клубтарға һәм ябыҡ режимда үткән  спорт сараларына барғанда прививка тураһында сертификат йәки медицина күрһәтмәһе талап ителә.

 

Стопкоронавирус.рф порталында  ошо һылтанма буйынса  https://bit.ly/3rLZl7M сикләүҙәр тураһында таныша алаһығыҙ.

Фото:progorodnsk.ru

 

 

Махсус интерактив карта эшләй башланы
Махсус интерактив карта эшләй башланы
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас