

Стәрлетамаҡ ҡалаһынан тыумыштан зәғиф булған кескәй Софья исемле ҡыҙ тураһында барыһы ла яҡшы белә. Уның тышҡы ҡиәфәте өсөн хатта балалар баҡсаһына алманылар. Соняның ғаиләһе Стәрлетамаҡ районының Алатана ауылында бик ауыр шарттарҙа осто-осҡа ялғап көн күреүе хаҡында ла хәбәр иткәйнек. Ысынлап та, ҡыҙҙың бите деформациялы тыуған, ҡулы һәм аяҡтарының бармаҡтары ҡушылып үҫкән.
Һуңыраҡ, был хәлгә Радий Хәбиров үҙ фекерен белдергәндән һуң, барыһы ла ыңғай яҡҡа үҙгәрҙе, ауыр шарттарҙа йәшәгән ғаиләгә яңы фатир алыуҙа ярҙам күрһәтелде. 2019 йылда Софья Ғиззәтуллинаны ата-әсәһе республика Хөкүмәтенең ярҙамы менән Израилгә лә алып барғайны, унда табиптар консилиумы баланың ғүмеренә хәүеф янау сәбәпле, операцияны эшләргә ярамай тигән ҡарар ҡабул итте. Әммә алдан Өфөлә Софияның аңҡауына операция яһалғайны, сөнки ул яҡшылап ашай ҙа, һөйләшә лә алмай ине.
Әле ҡыҙыҡай бик бәхетле: уңайлы, ҙур фатирҙа йәшәй, уға матур-матур күлдәктәр, уйынсыҡтар алынған, иң мөһиме – ҡыҙ балалар баҡсаһына йөрөй, ҙур теләк менән тиҫтерҙәре менән уйнай. Әйткәндәй, урындағы ҡайһы бер етәкселәрҙең һүҙе дөрөҫкә сыҡманы, кескәйҙәрҙең береһе лә Сонянан ҡурҡмай.
Ҡыҙ бик тырыш: шиғырҙар, йырҙар ятлай, балалар менән бейей, иртәлектәрҙә һәм конкурстарҙа бик әүҙем ҡатнаша. Әйткәндәй, Софья һүрәтте матур төшөрә, пластилиндан төрлө уйынсаҡтар яһарға әүәҫ. Тәрбиәселәр бынан алдағы борсолоуҙарының бушҡа булыуын, Соня өсөн һөйөнөп бөтә алмауҙарын белдерә.
«Ҡыҙҙы танырлыҡ та түгел. Ике йыл элекке һәм бөгөнгө Софья – ер менән күк араһы. Уның өсөн бик шатмын, барыһы ла яҡшы булыр, Соня!» – ти ирекмән Регина Берғулиева.
Беҙ ҙә кескәй булыуына ҡарамаҫтан, бик күп ауырлыҡтар кисергән, бихисап ҡаршылыҡтарға осраған Софья-Софушкаға артабан тик бәхетле көндәр теләйбеҙ!
Фото: социаль селтәрҙән.