

Республикабыҙҙа һуңғы тәүлектә коронавирус инфекцияһынан тағы 9 кеше вафат булды. Үлем осраҡтары буйынса алтынсы тапҡыр антирекорд ҡабатланды. Пандемия башланғандан алып, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 856 кеше сир менән көрәштә еңелде.
Һуңғы тәүлектә йәнә 273 кешенең инфекцияны йоҡторғаны, 96 ауырыуҙың һауығыуы асыҡланды. Шулай итеп, республикала пандемия осоронда барлығы 50 885 кеше вирусты йоҡторҙо.
Вакцинация республикала дауам итә, прививканың тәүге компонентын бер миллиондан ашыу кеше яһатты, икенсеһен – 789,8 мең кеше. Әлегә вакцинациянан башҡа бер ғәмәл дә үлемдән һаҡлай алмай, бөтә донъя белгестәре ошо хәҡиҡәтте раҫлай.
Тимур Шәрипҡолов фотоһы.