

Коронавирустың өсөнсө тулҡыны хәүефләндерә, сир йоҡторғандар артыуын дауам итә. Кеше ғүмерен бары вакцинация ғына һаҡлай ала, тип раҫлай донъя белгестәре.
Благовар районында күсмә вакцинация пункттары көн дә эшләй. Өлкән быуын бик әүҙем, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, ветерандар советтары рәйестәре, учреждение һәм ойошма етәкселәре тәүгеләрҙән булып прививка яһатты.
Үҙәк моделле китапхана “Сәләмәт ауыл” республика проектына ярашлы, “Беҙ вакцинацияға “Эйе!” тибеҙ!” тигән конкурс иғлан итте. Маҡсаты – кешенең ғүмерен һәм сәләмәтлеген һаҡлау өсөн вакцинацияның әһәмиәте тураһында благоварҙарҙың әүҙем тормош позицияһын формалаштырыу. Ул район хакимиәте һәм Языков үҙәк район дауаханаһы етәкселеге ярҙамында ойошторола.
Конкурста ҡатнашыу өсөн 9 августан 18 авгусҡа тиклем detskaya.biblioteka.13@mail.ru адресына заявка ебәрергә һәм номинацияларҙың береһе буйынса конкурс эше әҙерләргә кәрәк:
Вакцинацияның мөһимлеге тураһында ҡыҫҡа әҙәби әҫәр (эссе, хикәйә, әкиәт, басня, шиғыр); мем-ижад ( тапҡыр, көлкөлө, ирония формаһындағы һүрәт, һүҙ) вакцинацияға саҡырған видеоролик; һүрәт, плакат (һүрәттәр һанлы форматта булырға тейеш).
Конкурста ҡатнашыусыларҙың йәш категориялары: 10-15 йәш, 16-20 йәш, 20-30 йәш, 31 һәм унан өлкән йәштәгеләр.
Конкурс шарттары менән Благовар районы хакимиәте сайтында танышырға мөмкин.
Фото:immunitypassport.design