

Республика йәмәғәт яҡлауы штабында һаулыҡ һаҡлау системаһы эшен яҡшыртыу буйынса эксперт советы ултырышы үтте. Модераторҙар сифатында “Берҙәм Рәсәй” төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров һәм Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтайҙың һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Римма Үтәшева сығыш яһаны.
Көнүҙәк мәсьәләләр тураһында фекер алышыуҙа республика Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары, һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова, Һаулыҡ һаҡлау министрлығының клиник лаборатория диагностикаһы буйынса штаттан тыш баш белгесе Фәнил Билалов, Мотлаҡ медицина страховкалау фонды директоры Юлия Кофанова, Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Динара Ғашимова, республика дауаханалары баш табиптары, район хакимиәттәре вәкиләре ҡатнашты.
Һаулыҡ һаҡлау системаһын яңыртыу һәм камиллаштырыу буйынса Халыҡ программаһына индереү өсөн тәҡдимдәр әйтелде, тәүге медик-санитар ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре күтәрелде. Максим Забелин билдәләүенсә, һаулыҡ һаҡлау тармағы фән һәм техника ҡаҙаныштарына ярашлы айырым үҙгәрештәр талап итә.
“Республикала һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын яраҡлаштырыу һәм ябыу ҡаралмай, медицина ярҙамын күрһәтеүҙе камиллаштырыу һәм профилгә ҡарамаған медицина сығымдарын ҡыҫҡартыу планлаштырыла. Ҡайһы бер медицина ойошмаларында фекер алышҡандан һәм 6-9 айлыҡ эш һөҙөмтәләренән һуң бухгалтерияны, һатып алыу бүлектәрен үҙәкләштереү буйынса ҡарар ҡабул ителәсәк. Был эштәр медицина ярҙамын күрһәтеү сифатына йоғонто яһамаясаҡ,” - тине Максим Забелин.
Һөйләшеү барышында эксперттар шундай һығымтаға килде: әлеге бер нисә йүнәлештәге норматив-хоҡуҡи акттарҙы үҙгәртеү талап ителә, мәҫәлән, мотлаҡ медицина страховкалау тарифтары һәм башҡалар республика граждандары менән берлектә фекер алышыу барышында хәл ителәсәк. Билдәләнгән бурыстарҙы тормошҡа ашырыу өсөн эш төркөмө булдырылды.
“Хәҙерге мәлдә үҙәкләштерелгән лабораторияларҙы формалаштырыу бара, был пациенттарға киңәйтелгән хеҙмәттәр алырға булышасаҡ. Мәҫәлән, быға тиклем Республика клиник дауаханаһы базаһында ғына алып булған хеҙмәттәрҙе урындарҙа алыу мөмкинлеге буласаҡ,” - тине Фәнил Билалов.
Юлия Кофанова һаулыҡ һаҡлау системаһының тәүге звеноһы тарифтары үҙенсәлектәрен аңлатты.
“Росздравнадзор”ға килгән мөрәжәғәттәр нигеҙендә тармаҡтың проблемалары тураһында Динар Ғашимова сығыш яһаны. Башҡа субъекттар миҫалында республика һаулыҡ һаҡлау тармағының шартлыса рейтингын күрһәтеп, тормоштоң ныҡ үҙгәреүенә, әммә норматив-хоҡуҡи базаның яңырмауына иғтибарҙы йүнәлтте.
Эльвира Айытҡолова медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса халыҡ менән мәғлүмәт эшен ойоштороуға баҫым яһаны.
“Медицина хеҙмәтләндереүе һәм һаулыҡ һаҡлау системаһы эше граждандар мөрәжәғәттәренең байтаҡ өлөшөндә сағыла. Бөгөн райондарҙан килгән мәғлүмәттәр аша бәйләнеш тотабыҙ, тик был ғына етерлек түгел. Хәтерегеҙҙәлер, күптән түгел медицина учреждениеларын оптимизациялау буйынса фекер алышыу булды. Дауаханаларҙы үҙгәртеп ҡороу тураһында һүҙ барғанда, был мәғлүмәттең халыҡҡа ваҡытында аңлайышлы итеп еткерелеүе мөһим. Халыҡ ни өсөн бындай ҡарарҙар ҡабул ителеүен, уларҙың медицина ярҙамы сифатына нисек тәьҫир итеүен аңларға тейеш. Йыш ҡына һаулыҡ һаҡлау министрлығының ниәттәрен белмәйенсә, халыҡ араһында көсөргәнеш тыуа."
Эльвира Айытҡолова шулай уҡ ауыл ерендә дарыуҙар һатып алыу мәсьәләһенә иғтибарҙы йүнәлтте.
–Бөгөн дарыуханалар ҡытлығы һиҙелә. Әлбиттә, район хакимиәттәре дарыуханалар өсөн льготалы шарттарҙа бина ла тәҡдим итә. Коммерция нигеҙендәге дарыуханалар йыш ҡына тәҡдимдән баш тарта. Был проблеманы хәл итергә кәрәк. Икенсе вариант – урындарҙа дарыуҙарҙы мобиль еткереүҙе ойоштороу.
Фото:VK.com