

Республиканың алыҫ райондарында йәшәгән 54 мең халыҡ “тәгәрмәстәрҙәге поликлиникаларҙа” тикшереү үтте. “Сәләмәтлек поездары” быйыл республиканың 166 торағында булып, 32 меңдән ашыу тикшереү үткәрҙе. Эш һөҙөмтәһе буйынса 2 509 пациент яңынан тикшереүгә ебәрелгән.
Ваҡытында кардиолог, невролог, эндокринолог, офтальмолог, онколог, хирург кеүек тар белгестәргә күренеү бик мөһим. Иртә стадияла асыҡланған сирҙәрҙе дауалау ҙа, һауығыу ҙа еңелерәк бирелә.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы “Сәләмәтлек поездарын” ойоштороу һәр яҡтан да файҙалы булды. Республика йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология, диабет һәм башҡа сирҙәрҙе диагностикалау өсөн яңы күсмә модулдәр алды. Был бер юлы ике милли проектты - “Һаулыҡ һаҡлау” һәм “Демография” милли проекттары бурыстарын хәл итеүгә ярҙам итәсәк.
”Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһына ярашлы, өлкәндәрҙең ҡайһы бер категорияларын диспансерлаштырыу ҙа башҡарыла. Төпкөлдә йәшәгән халыҡты “Сәләмәтлек поездары”на килтереү ҙә ойошторола.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.