Сәләмәт булайыҡ
11 Август 2021, 17:15

Һаулыҡты ҡайғыртыу – быйыл мөһим социаль мәсьәлә

Икенсе йыл инде бөтә донъя битлектәр кейеп, ҡулдарҙы дезинфекциялап, социаль дистанцияны тотоп йәшәй. Бөгөн һаулыҡ тураһында ҡайғыртыу ул шәхси эш кенә түгел, ә мөһим социаль бурыс та булып тора.

Һаулыҡты ҡайғыртыу – быйыл мөһим социаль мәсьәләҺаулыҡты ҡайғыртыу – быйыл мөһим социаль мәсьәлә
Һаулыҡты ҡайғыртыу – быйыл мөһим социаль мәсьәлә

Икенсе йыл инде бөтә донъя битлектәр кейеп, ҡулдарҙы дезинфекциялап, социаль дистанцияны тотоп йәшәй. Бөгөн һаулыҡ тураһында ҡайғыртыу ул шәхси эш кенә түгел, ә мөһим социаль бурыс булып тора. COVID-19 вирусын туҡтатыу өсөн һәр беребеҙгә һаулыҡты хәстәрләү, иммунитетты нығытыу, профилактика сараларын хәстәрләргә кәрәк. Быларҙың барыһы ла ҡыйын түгел, айырыуса белгестәрҙең кәңәшенә ҡолаҡ һалһаң.

 

Ауыл халҡы был мәсьәләгә иғтибарлы. “Һаулыҡ поезы” менән килгән табиптар быға үҙҙәре инанды. Баш ҡалаланан килгән белгестәрҙе көткән Стәрлебаш районының Йәшергән ауылы халҡы битлек кейеп күренергә килгән. Район үҙәгенән һәм ҡалаларҙан алыҫ урынлашҡан ауыл халҡына белгестәрҙең килеүе ҙур әһәмиәткә эйә. Тәү сиратта юлға аҡса һәм ваҡыт сарыф итмәйһең.

 

Быға тиклем “Һаулыҡ поезы” Ҡуғанаҡбаш, Тормай һәм Түбәнге Аллағыуат ауылдарында халыҡты ҡабул иткән. Заманса медицина ҡоролмаларында ЭКГ, УЗДГ, маммография, флюорография, спирометрия үткәрелде, артериаль һәм күҙ баҫымы үлсәнде, анализдар алынды. Теләгәндәр коронавирусҡа ҡаршы вакцина ҡаҙатты. Онколог, офтальмолог, терапевт, педиатр, аушер-гинеколог ҡабул итте.

 

Ике көн эсендә табиптар 120 кешене ҡабул итте, 50-гә яҡын кеше вакцина ҡаҙатты.

 

- Ауылдаштарыбыҙ март башында вакцина ҡаҙата башланы. Теләүселәрҙең исемлеген төҙөп, район үҙәгенән етәрлек кимәлдә вакцина алып ҡайтып торҙоҡ. Уҡытыусылар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ауыл советы хакимиәте белгестәре вакцинация үтте. Оло йәштәгеләр ҙә үҙҙәрен ауырыуҙан һаҡлау өсөн прививка эшләтте. Әлеге мәлдә аулылда йөҙҙән ашыу кеше вакцина эшләтте. Йәшергән ауылы халҡы пандемия мәлендә бөтөн сараларҙы ла тейешле кимәлдә күҙәтте, шуға ауырыусылар аҙ булды, - тип һөйләй фельдшер-акушер пункты мөдире Нәфисә Ильясова.

 

Йәшергән ауылы фельдшеры Нәжиә Ғәниева ауырыуҙарҙың өйөнә йөрөп укол ҡаҙаған, кәрәкле дауалау процедуралары үткәргән. Участканың терапевты Гөлнара Сәмиғуллина менән шәфҡәт туташы Гөлфиә Арҫлановалар эштәрендә ҙур ярҙам күрһәткән.

 

“Һаулыҡ поезы”ның мөмкинлектәре менән файҙаланып, ауыл почтальондары Фәнилә Солтанова, Миләүшә Хасановалар прививка эшләтте. “Яҡындарыбыҙ ауырығандан һуң, был ауырыуҙы кисерге килмәй. Йыл һайын грипптан прививка эшләтәбеҙ, шуға ҡурҡмайбыҙ”, - ти улар.

 

Хаҡлы ялға сыҡҡан Рәхимә Хәжиәхмәтова белгестәргә күренгәндән һуң рәхмәт һүҙҙәрен еткерә.

 

- Бер урында бөтөн белгестәрҙең дә булыуы бик уңайлы. Тулыһынса тикшерелдем. Әллә ҡайҙа барырға, сиратта торорға тура килмәне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, УЗИ аппараты ғына юҡ. Икенсе тапҡыр уныһын да алып килһәләр, шәп булыр ине, - ти Рәхимә Хәжиәхмәтова.

 

Шулай уҡ хаҡлы ялда булған Марс Ямалетдинов та һаулығын ҡайғыртып белгестәргә мөрәжәғәт иткән. Әйткәндәй, ул тәүгеләрҙән булып ауылда вакцина ҡаҙатҡан кеше.

 

- Һаулыҡты хәстәрләргә кәрәк. Вакцинаны иһә бөтөнөһөнә лә эшләргә кәңәш итәм. Тәүге бер-ике көндә температурам бер аҙ күтәрелде. Хәҙер иһә минең ҡәһәрле ауырыуға ҡарата иммунитетым бар, - ти ул.

 

Стәрлебаш районы аша үткән “Һаулыҡ поезы” йәмғеһе 1657 кешене ҡабул иткән. Табиптар 1241 кешене ҡараған, 298 кеше маммография үткән, 230 кешене ауырыуҙары буйынса иҫәпкә ҡуйғандар, 177 кеше вакцина эшләткән.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас