

Асҡын районында “Сәләмәт ауыл” проектына ярашлы, “Вакцина яһат та, бесән ал!” тигән дәртләндереү сараһы башланды. Унда шәхси хужалыҡтары булған Асҡын, Ҡашҡа, Ҡаҙансы, Ҡубыяҙ, Ҡышлау-Йылға, Петропавловка, Урмияҙ ауыл советтары халҡы ҡатнаша.
Акцияның шарттары түбәндәгесә: прививканың тәүге компоненты менән 11 августан 21 авгусҡа тиклем вакцинацияланырға кәрәк. Отош 2021 йылдың 24 авгусында сәғәт 10-да район хакимиәте залында ауыл биләмәләре башлыҡтары ҡатнашлығында үткәрелә. Өс еңеүсе Асҡын үҙәк район дауаханаһы биргән исемлек буйынса йәрәбә һалыу ярҙамында билдәләнәсәк, уларға өсәр рулон бесән биреләсәк.
Һөҙөмтә рәсми сайттарҙа, Асҡын районы мәғлүмәт үҙәге селтәрҙәрендә иғлан ителәсәк.
Быға тиклем дә вакцина яһатыусыларҙы дәртләндереү маҡсатында “Танып” шифаханаһына юлламалар отоу ойошторолғайны. Эш башы, әлбиттә, бүләктә генә түгел, ә һаулығыңды хәстәрләүгә иғтибарыңды йүнәлтеү – вакцина яһатыу.
Фото: VK.com