Сәләмәт булайыҡ
12 Август 2021, 11:45

Ауыр сирлеләр арта

 Вирус ҡорбандары һаны республикала 875-кә етте, шуларҙың 703-өн алтмыш йәштән өлкәнерәктәр тәшкил итә.

Ауыр сирлеләр артаАуыр сирлеләр арта
Ауыр сирлеләр арта

Республиканың оператив штабы хәбәр итеүенсә, коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар араһында ауыр сирлеләр арта. Бөгөн 60 пациент ауыр хәлдә, һигеҙе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Стационарҙарҙа 714 ауырыу дауалана, 428-е – алтмыш йәште үткән өлкәндәр.

 Ҡыҙғанысҡа ҡаршы,  һуңғы тәүлектә тағы 9 үлем осрағы теркәлгән. Вирус ҡорбандары һаны республикала 875-кә етте, шуларҙың 703-өн алтмыш йәштән өлкәнерәктәр тәшкил итә.

 Һуңғы тәүлектә 271 кешенең сирҙе эләктергәне билдәле. Амбулатор шарттарҙа 2 777 кеше дауалана. 997 пациент – 60 йәште уҙған өлкәндәр. Тәүлек эсендә 333 ауырыу һауыҡҡан, пневмония диагнозы 132 ауырыуға ҡуйылған (123-ө һауыҡҡан).

Республикала вакцинаның беренсе компонентын  ҡаҙатҡандар 1 028 849 кеше тәшкил итә.  Вакцинацияны тулыһынса тамамлағандар – 811 150 кеше. Ни тиклем тиҙерәк вакцинацияны үткәрһәк, шунса йәһәтерәк коллектив иммунитетҡа өлгәшәсәкбеҙ.

 

 

Фото:Вятка-На-Сети

Ауыр сирлеләр арта
Ауыр сирлеләр арта
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас