Сәләмәт булайыҡ
12 Август 2021, 07:00

Ирекмәндәр отрядына һин дә ҡушыла алаһың

"Ҡайһы берәүҙәр әле ялда, кемдәрҙер көсөргәнешле графиктан арыны,  туҡтап торорға булды, шуға күрә беҙгә яңы көс кәрәк. Ирекмәндәргә төп талап –18 йәштән өлкәнерәк булһын..."

Ирекмәндәр отрядына һин дә ҡушыла алаһыңИрекмәндәр отрядына һин дә ҡушыла алаһың
Ирекмәндәр отрядына һин дә ҡушыла алаһың

Былтыр март айында Нефтекамала ике ойошма нигеҙендә “Беҙҙең хәстәрлек” штабы барлыҡҡа килде. Ул өлкәндәргә, ауырыу граждандарға ярҙам итә. Ирекмәндәр штабы аша кешеләр дарыуҙарға, аҙыҡ-түлеккә  заявка бирә. Тәүге көндәрҙән алып  ирекмәндәрҙең эшен хуплап, уларға ҡушылыусылар табылды. Хәл ҡатмарлы ине, ирекмәндәрҙең үҙҙәренә лә сирҙе йоҡтороу хәүефе янаны. Шулай ҙа улар,  ҡурҡыуҙы еңеп, ярҙам итеүҙәрен ташламаны.

Штабта 12 ирекмән эшләй, резервта 20 кеше тора. Автомобиль йөрөтөүсе ирекмәндәр ҙә бар, бишеһе көн һайын эшләй, унауһы резервта. 20 октябрҙән алып бөтәһе 2 271 заявка үтәлгән. Күбеһе  аҙыҡ-түлек килтереүҙе һораған. Әле көн һайын ауырыуҙарға утыҙға яҡын дарыуҙар йыйылмаһы илтәләр, 17 сәғәттән 19 сәғәткә тиклем ирекмәндәр  Нефтекама ҡала дауаханаһы мобиль бригадалары менән берлектә  халыҡ араһында вакцина яһатыу буйынса аңлатыу эштәрен алып бара.

Аҙна һайын ирекмәндәр “Йәш гвардия” йәмәғәт ойошмаһы ағзалары менән  “Үҙеңде һәм яҡындарыңды һаҡла. Прививка яһат” акцияһы үткәрә, листовкалар тарата.

– Ирекмәндәр ярҙамы элеккесә бик кәрәк. Ҡайһы берәүҙәр әле ялда, кемдәрҙер көсөргәнешле графиктан арыны,  туҡтап торорға булды, шуға күрә беҙгә яңы көс кәрәк. Ирекмәндәргә төп талап – 18 йәштән өлкәнерәк булһын. Яңы дуҫтарға беҙ шатбыҙ, – тине “Октава” ойошмаһының йәштәр эштәре буйынса белгесе Регина Мулланурова.

Ирекмәндәр отрядына ҡушылғығыҙ килһә,  шулай уҡ дарыуҙар һәм аҙыҡ-түлек килтереүгә заявка бирергә уйығыҙ булһа, ошо телефондарға  шылтыратығыҙ :5-41-31 (“Октава”), 4-10-96 (БлагоДать”).

Фото:VK.com

 

Ирекмәндәр отрядына һин дә ҡушыла алаһың
Ирекмәндәр отрядына һин дә ҡушыла алаһың
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас