

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сираттағы “Сәләмәтлек сәғәте”н үткәрҙе. Көн ҡаҙағында – коронавирус инфекцияһынан вакцина яһатыу барышы, медицина ойошмаларын кадрҙар менән тәьмин итеү, юғары технологиялы ҡорамалдар менән йыһазландырыу һәм “Сәләмәтлек поездары”ның эш һөҙөмтәһе.
Башҡортостан Башлығының Социаль коммуникациялар буйынса идаралығы начальнигы Елена Прочаковская һаулыҡ һаҡлауға ҡағылышлы халыҡтан килгән мөрәжәғәттәр хаҡында һөйләне. 2021 йыл башынан “Инцидент менеджмент” системаһы һәм кире бәйләнеш платформаһы аша яҙма рәүештә килгән 79 528 мөрәжәғәт теркәлгән. Халыҡты борсоған төп тема – вакцинация. Шулай уҡ табиптар эшенең сифатына, “ҡыҙыу линия”ның насар эшләүенә, дарыуҙар менән тәьмин итеүгә бәйле һорауҙар бар. Елена Прочаковская Ишембай районындағы ике ФАП-тың ведомство-ара бюрократик ҡаршылыҡтар арҡаһында файҙаланыуға индерелмәүен белдерҙе. Радий Хәбиров Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығына эште тиҙләтергә ҡушты.
Республикала коронавирус таралыуы менән бәйле хәл тураһында Хөкүмәт вице-премьеры, һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һөйләне. 12 авгусҡа ҡарата республикала ауырығандарҙың дөйөм һаны 51 444 кеше тәшкил итә. Һуңғы тәүлектә сир йоҡтороуҙың 281 осрағы теркәлгән. Был күрһәткестәр буйынса республика илдә 82-се урында. Запастағы койка фонды 20 процент тәшкил итә.
Башҡортостанда вакцинация йылдам бара. Уның тәүге компонентын 1028849 кеше яһатҡан, икенсеһен – 811150 кеше. Максим Забелин вакцинация буйынса Өфөнөң алда барыуын, халыҡтың 70 проценты прививка яһатҡанын белдерҙе. Артта ҡалыусылар иҫәбендә – Көньяҡ Урал төбәге, Белорет һәм Стәрлетамаҡ райондары. Радий Хәбиров киләһе аҙнала муниципалитеттар башлыҡтары менән кәңәшмә үткәрәсәген, унда прививка кампанияһы барышы тикшереләсәген белдерҙе.
– Корнавирус менән бәйле хәлде тотороҡло, әммә хәүефле тип баһалайбыҙ. Кешеләр ауырый, ҡайһы берҙәре, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, вафат була. Пандемияны еңеүҙең берҙән-бер ысулы, санитария нормаларын ҡәтғи үтәүҙән тыш, әлбиттә, вакцинация, – тине Башҡортостан Башлығы. – Статистиканан күренеүенсә, ҡайҙа прививка кампанияһы яҡшы бара, шунда сирләү осраҡтары аҙыраҡ.
Радий Хәбиров 1 сентябрҙә мәктәпкә 500 меңдән ашыу бала һәм 18 мең педагог барасағын иҫкә төшөрҙө. Мәғариф системаһының әҙерлеге мәсьәләләре киләһе аҙнала оператив штаб ултырышында ҡараласаҡ.
Максим Забелин медицина ойошмаларының кадрҙар менән тәьмин ителеше тураһында һөйләне. Тәүге ярты йыллыҡта был күрһәткес 10 мең кешегә 36,5 тәшкил иткән, ә ашығыс ярҙам күрһәтеүҙә – 10 мең кешегә – 93,6. Дыуан, Краснокама, Салауат, Архангел, Бүздәк райондарында табиптар менән тәьмин ителеш кимәле юғары булһа, Хәйбулла, Иглин, Балаҡатай, Дәүләкән һәм Баймаҡ райондарында күрһәткес түбән. Максим Забелин әйтеүенсә, август-октябрь айҙарында медицина университетын һәм медицина колледждарын тамамлағандар иҫәбенә хәлде яҡшыртыу планлаштырыла. Тәүге звеноға 500-гә яҡын белгестең килеүе көтөлә. Ординатураны тамамлаған 400 кеше белгес булып эш башлаясаҡ. Радий Хәбиров ауыл еренә эшкә килгән табиптарға ярҙам саралары тураһында алдағы кәңәшмәлә фекер алышасаҡтарын әйтте. Шулай уҡ тейешле ведомстволарға “Ауыл табибы” һәм “Ауыл фельдшеры” программалары буйынса түләүҙәрҙе 2022 йылдан 1,5 миллион һумға тиклем арттырыу мөмкинлеген уйларға ҡушты.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса 2019 – 2021 йылдарҙа республикаға 28 берәмек “ауыр” техника алынған. Бынан тыш, райондарҙың тәүге звеноһын яңыртыуға ярашлы, 67 берәмек диагностика ҡорамалы алынған.
Башҡортостан Башлығы Төньяҡ Осетияла кислород торбаһы сафтан сығыу һөҙөмтәһендә ауырыуҙар һәләк булған ғәҙәттән тыш хәлде телгә алды. Бынан алдағы оператив штаб ултырышында ғәҙәттән тыш хәлдәргә юл ҡуймау өсөн 13 авгусҡа тиклем йоғошло сирҙәр госпиталдәрендә уҡыуҙар ойошторорға, медицина учреждениеларын кислород менән тулыһынса тәьмин итергә ҡушты.
Фото: glavarb.ru