

Вирустың китергә иҫәбе юҡ. Тәүлек эсендә сирҙе йоҡторғандарҙың һаны 280-гә етте. Донья белгестәренең иҫәпләүенсә, әлегә пандемияны туҡтатырлыҡ вакцинациянан да тәьҫирлерәк сара юҡ. Шишмә районы табиптары ноябргә тиклем өлкәндәрҙең 80 процентын вакцинациялауҙы планлаштыра.
Шишмә үҙәк район дауаханаһы кабинеттарында ғына түгел, предприятиеларҙа ла прививкалау эше йылдам бара. “Шишмә май экстракциялау заводы”нда яңыраҡ сираттағы ошондай сара ойошторолдо. Иллегә яҡын хеҙмәткәр “Спутник V” вакцинаһының икенсе компонентын алды.
Предприятиела хеҙмәткәрҙәргә прививка эшләү июнь айында уҡ башланғайны. Ул саҡта 110 кеше тәүгеләрҙән булып беренсе компонентты алды. Әле хеҙмәткәрҙәрҙең 43 проценты вакцина яһатҡан. Был 241 кеше тигән һүҙ. Заводтың техник директоры Сергей Варламов әйтеүенсә, “хеҙмәткәрҙәрҙең сәләмәтлеген һаҡлау – предприятие етәкселегенең өҫтөнлөклө йүнәлеше”. Бында 558 кеше хеҙмәт итә, улар һау-сәләмәт булғанда ғына ойошма йәшәйәсәк.
Фото: apkrb.info