Сәләмәт булайыҡ
13 Август 2021, 10:30

Ковид ҡайһы районда шашҡан?

Тәүлек эсендә ун ауырыуҙың вирусты еңә алмай вафат булғаны асыҡланды...

Ковид ҡайһы районда шашҡан?Ковид ҡайһы районда шашҡан?
Ковид ҡайһы районда шашҡан?

Сирҙең китергә уйы юҡ, беҙ быны көн дә килгән мәғлүмәттәрҙән күрәбеҙ. Оператив штабтың һуңғы тәүлектәге белешмәләре шул хаҡта асыҡ һөйләй.

24 сәғәт эсендә генә 286 кеше вирусты йоҡторған, шулай итеп, пандемия башланғандан алып был күрһәткес 51 730-ға етте.

Әле дауаханаларҙа 698 ауырыу сир менән көрәшә, 2 637 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана. 61 пациенттың ауыр хәлдә булыуы, һигеҙенең үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылыуы билдәле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәүлек эсендә ун ауырыуҙың вирусты еңә алмай вафат булғаны асыҡланды, ҡорбандар һаны республикала 885-кә етте.

Республика биләмәһендә әле 203 вакцинация пункты эшләй. Тәүге компонентты 1 039 246 кеше яһатты, 824 361 кеше – тулыһынса.

Сир айырыуса Туймазы районында таралыуын дауам итә: тәүлек эсендә 76 кеше вирусты эләктергән. Өфө ҡалаһында (62), Мәләүез (18), Бөрө (14) райондарында, Нефтекамала (12) вирусты йоҡторғандар артыуын дауам итә. Йәнә иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, вакцина яһатмаған булһағыҙ, оҙаҡҡа һуҙмағыҙ, хәл тотороҡло күренһә лә, әлегә бик хәүефле.

Фото: gtrk.tv

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас