Сәләмәт булайыҡ
13 Август 2021, 14:45

“Сәләмәтлек поездары” нисек эшләйәсәк?

Акция башланғандан алып “Сәләмәтлек поездары”на 56920 кеше мөрәжәғәт иткән.

“Сәләмәтлек поездары” нисек эшләйәсәк?“Сәләмәтлек поездары” нисек эшләйәсәк?
“Сәләмәтлек поездары” нисек эшләйәсәк?

“Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы дауам итә. Уның барышында бөтә район халҡы медицина белгестәренә күренә аласаҡ. Консультация алыу, тикшереү үтеү һәм тәүге ярҙам алыу мөмкинлеге бар.

Акция башланғандан алып “Сәләмәтлек поездары”на 56 920 кеше мөрәжәғәт иткән. 33676 тикшереү, шул иҫәптән, 21139 флюорография, 12537 маммография үткәрелгән. Сирҙәре табылған граждандар диагнозды асыҡлау һәм артабан дауа алыу өсөн контролгә ҡуйылған.

Бригадалар график буйынса алты районда эшләүен дауам итә.

- Өфө маршруты Саҡмағош районында эш башлай (16-18 августа – Рәжәп ауылында, 19-20 августа – Тайнашта);

- Дыуан маршруты Дыуан районында эшен дауам итә (16-20 августа – Ярославка ауылында); Нефтекама маршруты Ҡалтасы районында эшен дауам итә (16-18 августа – Ҡалмыябашта, 19-20 августа – Иҫке Уръябаш ауылында);

- Октябрьский маршруты Бишбүләк районында эшен дауам итә (16-17 августа – Сухоречка, 18-19 августа Каменка ауылдарында);

- Стәрлетамаҡ маршруты Федоровка районында эшен дауам итә (16-17 августа – Дедов ауылында, 18-19 августа – Батырҙа);

- Белорет маршруты Йылайыр районында эш башлай (16-17 августа – Матрай ауылында, 18-19 августа – Юлдыбайҙа, 20-30 августа – Йылайыр ауылында).

“Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы барышында 10466 кеше вакцинаның тәүге компонентын яһатты. Прививка эшләтеүҙе тулыһынса тамамлағандар – 5707 кеше. Табипҡа алдан яҙылыу кәрәкмәй, барыһы ла сират буйынса.

 

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас