Сәләмәт булайыҡ
16 Август 2021, 13:30

Табиптарҙы Үзбәкстанға саҡырҙылар...

Иҫән-һау йөрөп ҡайтығыҙ!

Табиптарҙы Үзбәкстанға саҡырҙылар...Табиптарҙы Үзбәкстанға саҡырҙылар...
Табиптарҙы Үзбәкстанға саҡырҙылар...

Башҡортостан дәүләт медицина университеты табиптарынан төҙөлгән дисциплинар бригада самолет менән Үзбәкстанға юлланды. Улар бында коронавирус менән көрәштә ярҙам итәсәк.

 

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа Үзбәкстандың Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе  Ботиржон Асадов ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән.

 

“Бригада составында 30 медицина хеҙмәткәре – анестезиолог, реаниматолог һәм инфекционистар, шәфҡәт туташтары. Һәр береһе ковид-госпиталдәрҙә эш тәжрибәһе туплаған, Рәсәй һәм яҡын  сит илдәр дауаханаларында хеҙмәт иткән. Төркөмдө тәжрибәле табип-анестезиолог-реаниматолог Рәсүл Фаршатов етәкләй,” – тип хәбәр иттеләр университеттың матбуғат хеҙмәтендә.  

 

Фото:”Башинформ”.

Табиптарҙы Үзбәкстанға саҡырҙылар...
Табиптарҙы Үзбәкстанға саҡырҙылар...
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас