Сәләмәт булайыҡ
16 Август 2021, 15:00

Завод хеҙмәткәрҙәре берҙәмлек күрһәтә

– Беҙ заводта илдең оборона ҡеүәтен нығытыусы продукция етештерәбеҙ, эште туҡтатыу мөмкин түгел,– тип, коллектив иммунитеттың  мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды Хәмит Хәсәншин.

Завод хеҙмәткәрҙәре берҙәмлек күрһәтәЗавод хеҙмәткәрҙәре берҙәмлек күрһәтә
Завод хеҙмәткәрҙәре берҙәмлек күрһәтә

Өфөлә сәнәғәт предприятиеларында коронавирусҡа коллектив иммунитет булдырыу буйынса эш дауам итә. ”Ростех” дәүләт корпорацияһы “Технодинамика” холдингының Өфө агрегат етештереү берекмәһе хеҙмәткәрҙәренең 90 проценты вакцина яһатҡан.

 

– Пандемия башланыу менән заводта бөтә санитар-эпидемиологик саралар ҡабул ителде. Вакцина барлыҡҡа килеү менән вирусты еңеүҙә яңы мөмкинлек барлыҡҡа килде. Эшселәр араһында аңлатыу эшен ойошторҙоҡ, поликлиникалар менән килешеү төҙөнөк.  Ғөмүмән, беҙҙең хеҙмәт коллективы берҙәм һәм яуаплы, – тине предприятиеның баш инженеры Хәмит Хәсәншин.

 

Өфө агрегат етештереү берекмәһенең 86 йыллыҡ тарихы бар. Ул осоу аппараттары өсөн электр менән тәьмин итеү, тоҡандырыу һәм авиация шәмдәре системаларын әҙерләүҙә, генераторҙар, датчиктар, нефть һәм газ сәнәғәте өсөн двигателдәр, көнкүрештә ҡулланылыусы  “Ағиҙел” электр насостары етештереүҙә алдынғы урындарҙы биләй.  

 

– Беҙ заводта илдең оборона ҡеүәтен нығытыусы продукция етештерәбеҙ, эште туҡтатыу мөмкин түгел,– тип, коллектив иммунитеттың  мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды Хәмит Хәсәншин.

 

 Вакцинация – бөгөн беҙҙе  инфекциянан ҡурсалаусы берҙән-бер сара. Коронавирус таралған һәм яңы штамдар барлыҡҡа килгән осорҙа уның әһәмиәте ифрат ҙур.

 

Фото:VK.com

Завод хеҙмәткәрҙәре берҙәмлек күрһәтә
Завод хеҙмәткәрҙәре берҙәмлек күрһәтә
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас