Сәләмәт булайыҡ
17 Август 2021, 15:00

Йәнә 12 ҡорбан...

Тәүлек эсендә йәнә 289 кешенең сирҙе эләктергәне асыҡланған.

Йәнә 12 ҡорбан...Йәнә 12 ҡорбан...
Йәнә 12 ҡорбан...

Башҡортостанда коронавирус инфекцияһынан вафат булғандар һаны арта. Һуңғы тәүлектә республикала сир менән көрәшкән 12 кеше вафат булды.

Вирус ҡорбандары һаны 929-ға етте. Төбәк оператив штабы хәбәр итеүенсә, тәүлек эсендә йәнә 289 кешенең сирҙе эләктереүе асыҡланған, пандемия осоронда барлығы 52 879 кешенең вирусты йоҡторғаны билдәле.

Тәүлектә 307 ауырыу һауыҡҡан.

Рәсәйҙә тәүлек эсендә 20 958 кеше сирҙе йоҡторған. Күреүебеҙсә, хәүефләнергә урын бар, вирустың тиҙ генә беҙҙе ташлап китергә иҫәбе юҡ. Коллектив иммунитет барлыҡҡа килтереү өсөн барыбыҙға ла йәһәтерәк вакцина яһатыуҙы тамамларға кәрәк.

Фото: “Башинформ”.

 

Йәнә 12 ҡорбан...
Йәнә 12 ҡорбан...
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас