Сәләмәт булайыҡ
18 Август 2021, 07:51

“Беҙ ҡурҡыуҙы оноттоҡ…”

Параллель тормош бар бит ул.

Бөгөнгө әңгәмәсебеҙ микробиолог, медицина фәндәре докторы, профессор Марсель Марат улы Тойғоновтың исеме республика халҡына яҡшы таныш.

Баймаҡ районының Йомаш ауылында тыуып үҫкән егет, ҙур теләк һәм маҡсаттар менән, Башҡортостан дәүләт медицина институтына уҡырға инә. Юғары уҡыу йортон тамамлағас, баш ҡалала “Сая” предприятиеһында эшләй, аҙаҡ “Иммунопрепарат”тың фән һәм технологиялар департаментында директорҙың фән буйынса урынбаҫары, 2007 йылдан – Башҡортостан Хөкүмәтендә, 2009–2010 йылдарҙа – “Башфармация” дәүләт унитар предприятиеһында генераль директор, медицина университетында микробиология, вирусология кафедраһы мөдире вазифаларын башҡара. 2003 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай, ул медицина өлкәһендә 33 йәшлек иң йәш фән докторы була. Марсель Марат улының микробиология, иммунология, биотехнология өлкәләрендәге фәнни эшмәкәрлеге тураһында бөгөн һүҙ алып бармаһаҡ та, барыбыҙҙы ла ҡыҙыҡһын­дырған һорауҙарҙың кеше күҙенә күренмәгән параллель тормош – паразиттар, бактериялар, штамдар донъяһына ҡағылмауы мөмкин түгел.

 

– Марсель Марат улы, бына ике йылға яҡын беҙ һирәк осраған һөнәр кешеләре – вирусолог, инфекционист һәм микробиологтарға тынғы бир­мәйбеҙ, донъяны ҡамап алып, кеше тормошон ҡатмарландырған, йәшәү сифатын насарайтҡан, иҡтисадты емергән, иң мөһиме, ҙур юғалтыу­ҙарға килтергән мәкерле, хәйләкәр вирустың тәбиғәтен белергә, холоҡ-фиғелен өйрәнергә теләйбеҙ. Әйтегеҙ әле, барыбыҙҙы ла йонсотҡан был пандемияның ахыры булырмы? Ҡасан еңербеҙ “саҡырылмаған ҡунаҡ”ты?

– Яңы коронавирус инфекцияһының тиҙ генә беҙҙе ташлап китмәйәсәген, кәм тигәндә, ике-өс йыл дауамында хакимлыҡ итәсәген донъяның танылған ғалим-белгестәре белдергәйне инде. Был зәхмәт беребеҙҙе лә урап үтмәйәсәк, барыбыҙға ла ҡағыласаҡ, теләһәк-теләмәһәк тә йә сирҙе үткәрергә, йә вакцина яһатырға тура киләсәк. Әлбиттә, күпмелер ваҡыт төрлө һаҡланыу саралары ярҙамында, битлек-бирсәткә кейеп, изоляцияла ултырып, вирусты йоҡтормауығыҙ ихтимал, әммә ул һеҙҙе барыбер эҙләп табасаҡ.

 

– Һеҙҙең тел төбөгөҙҙө аңланыҡ, ауырырға, ковид госпиталдәренә ятырға, яҡындарыбыҙҙы, балалары­быҙҙы хафаға һалырға теләмәһәк, иммун системаһын һаҡлаусы препаратты ҡаҙатырға тейешбеҙ. Улай булғас, ни өсөн халыҡ вакцина яһатырға атлығып тормай, хатта кеше күп йыйылған йәмәғәт урындарында, шығырым тулы автобустарҙа битлек кейгән кешене бармаҡ менән генә һанарлыҡ һуң?..

– “Ни өсөн халыҡ үлемесле вирустан ҡурҡмай башланы, уның беҙҙең арала иркенләп йәшәүенә күнекте?” тимәк­сеһегеҙ инде… Пандемия халыҡтың үҙ-ара аралашыуын, фекер алышыуын туҡтата алманы, миңә лә төрлө һорау менән йыш мөрәжәғәт итәләр, күҙаллауҙары менән уртаҡлашалар. Ҡайһы берәүҙәрҙең коронавирус инфекцияһын икенсе тапҡырға йоҡтороуы тураһында хәбәрҙәр йөрөүе, прививка ҡаҙатҡандан һуң да ауырыу осраҡтары булыуы мәғлүм, шуға күрә халыҡта вакцинаға ышанмаусанлыҡ бар. Беҙ энәнән хәүефлерәк, ғүмерҙәрҙе ҡыйған, сәләмәтлекте ҡаҡшатҡан сирҙең үҙ теләге менән китеүен көтәбеҙ, шуға күрә ҡурҡыуҙы оноттоҡ.

Ә бит үрҙә әйтелгән хәбәр дөрөҫ, имеш-мимеш кенә түгел. Вирус мутация кисерә, көслөрәк, хәйләкәрерәк, әүҙемерәк яңы штамдар барлыҡҡа килә. Ғөмүмән, был вирустың тәбиғәте аңлайышһыҙ, климаттың ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, йыл әйләнәһенә таралыуын дауам итә, көслө ультрафиолет нурҙарына ла бирешмәй. Уның беҙ өйрәнгән, күнеккән тәбиғи вирустарҙан холоҡ-фиғеле менән айырылып тороуы вирустың яһалма булыуына ла ишаралай. Донъя ғалимдары был хаҡта сир таралған тәүге көндәрҙән үк баш вата, бәхәсләшә, фекер алыша. 2015 йылда уҡ ошо вирус хаҡында АҠШ һәм Ҡытай белгестәре тарафынан яҙылған мәҡәлә ғалимдар даирәһен ныҡ ҡына ҡуҙғытып ебәрҙе. Барыһы ла ҡасан да булһа асыҡланыр, иҫбатланыр, әлегә беҙ йәшәгән ваҡыт арауығын имен-һау үткәреү зарур.

 

– Бәлки, ваҡыт үтеү менән кешелек был мәкерле вирус менән дә килешеп, “дуҫлашып” китер? Ғүмер буйы әллә күпме патогендар, микроорганизмдар, бактериялар араһында һин дә мин йәшәп ятабыҙ бит әле, әллә ни зыяндары күҙәтелмәй.

– Вирус – иң ябай организм, төрҙәре бик күп. Организм күҙәнәге эсендә үрсей. Улар – планетала органик материя йәшәүенең иң киң таралған формаһы. Океан төбөндә лә, ер өҫтөндә лә етерлек. Вирусты йоҡторғанда күҙәнәктә вирусҡа ҡаршы һаҡланыу механизмы әүҙемләшә. Зарарланған күҙәнәктәр интерферондарҙы синтезлай башлай, улары эргә-тирәләге һау-сәләмәт күҙәнәктәрҙе вирусҡа ҡаршы торорға, иммунитет системаһын әүҙемләштерергә ярҙам итә.

Әлегә коронавирустың тәбиғәтен аңлап бөтөүе ауыр. Кешелек ҡайһы бер вирустар менән, ысынлап та, “килешеп” йәшәргә өйрәнде. Мәҫәлән, герпес вирусы барыбыҙға яҡшы таныш. Оҙаҡ ваҡыт йоҡомһорап ята ла, аҙ ғына һыуыҡ тейҙереү менән үҙенең барлығын белдереп, йонсотҡос шеш сабыртмалары булып тәнгә сыға. Организмдың ҡаршы тороусанлығы кәмеһә, иммунитет  вирусты баҫып тормаһа, уның йәй көнө лә ыҙалатыуы мөмкин.

Коронавирустар – бөтә билдәле вирустар араһында структуралары буйынса иң ҡатмарлыһы. Вирус-мутанттар менән “килешеп” йәшәү мөмкин түгел, сөнки уларҙың тәбиғәте организмды үлтереүгә йүнәлтелгән. Тромбоз барлыҡҡа килтереү һөҙөмтәһендә ҡан күҙәнәктәргә барып етмәй, һөҙөмтәлә кеше инфаркттан йә иһә инсульттан һәләк була, үпкә зарарлана, үҙәк нервы системаһы ҡаҡшай. Ангина рәүешендә башланыуы, тамаҡ шешеүе мөмкин. Коронавирустың патогенезы үҙгәреп торғанлыҡтан, сирҙе дауалау протоколына ла үҙгәрештәр индерелә. Кеше организмында вирусҡа ҡаршы торған бер көс бар – интерферон. Был аҡһым бала саҡта организмда күп туплана, өлкәнәйгән һайын кәмей. Тейешле препараттар ярҙамында уларҙы арттырырға була.

– Вирустарҙың ғәҙәтен, холоҡ-фиғелен, нимәгә һәләтле булыуын яҡшы белгән ғалимдар үҙҙәрен сирҙән нисек һаҡлай?

– Бер сере лә юҡ. “Һаҡланғанды Хо­ҙай һаҡлар”, тигәндәй, күп халыҡ йыйыл­ған ерҙә, ябыҡ бинала мотлаҡ битлек кейергә, бөтә санитария-гигиена сараларын үтәргә кәрәк. Мин үҙем дә былтыр октябрь айында ауырыным, еҫ-тәм тойоуҙы юғалттым. Хәҙер минең организм­дағы антиесемдәр сирҙе йоҡтормау өсөн етерлек, шулай ҙа бөтә эпидемиологик талаптарҙы үтәргә тура килә.

 

– Антиесемдәрҙең һәр кемде сирҙән һаҡлап ҡалыуына ышаныс бармы?

– Бынан байтаҡ йылдар элек Өфө урамдарында “гармошка” кеүек һуҙыл­ған, һары төҫтәге ҙур автобустарҙы хәтерләйһегеҙме? Студент саҡта шул “гармошка”ларҙа йыш йөрөлдө, һеҙ ҙә ошо халыҡ менән шығырым тулы автобустарҙы онотмағанһығыҙҙыр әле?

 

– Ҡайҙа ти ул онотоу, иҫтә! Тик бының антиесемдәр менән ниндәй бәйләнеше бар?

– Хәҙер тарихта ҡалған был һары автобустар иҫкереп, туҙып бөттө, әммә һеҙ уларҙы һис тә онотмағанһығыҙ, һаман хәтерегеҙҙә һаҡлайһығыҙ. Ә йәш быуындың уларҙы күреү түгел, ишеткәне лә юҡ.

Антиесемдәр менән дә шул уҡ хәл. Күпмелер ваҡыттан һуң уларҙың кеше организмында кәмеүе, хатта бөтөүе ихтимал. Әммә антиесемдәр юҡҡа сыҡһа ла, иммунологик хәтер һаҡлана, “дошман”дың яҡынлашыуын һиҙеп, аңдып тора һәм “һөжүм”де ҡағырға әҙерләнә. Вакциналар, тап ошо маҡсатты тотоп, организмдың иммунитетын күтәреү, вирусҡа ҡаршы тороусанлығын арттырыу өсөн етештерелә. Тик шуныһы: ниндәй вирус-мутант киләсәген белмәгәс, вакцинаны алдан етештереп, әҙерләп ҡуйып булмай. Математик анализдар ярҙамында эшләнгән ҡатмарлы бурыс ул – вакцина етештереү.

 

– Марсель Марат улы, ошо хәүефле осорҙа сирҙе үткәргән хеҙмәттәштәрегеҙ, яҡындарығыҙ ҙа булғандыр?

– Эйе, атайым менән еҙнәмә инфекцияға ҡаршы көрәшергә тура килде. 72 йәшлек әсәйемдең ауырып китеүе барыбыҙҙы ла хафаға һалды. Ишетеү менән ҡайтып, хәлен яҡшыртыу, дауалау өсөн ҡулдан килгәнде эшләнем. Шөкөр, барыһы ла һауығып, йүгереп йөрөй, тип шатланам.

 

– Аҡыллыға – ишара, ти халыҡ. Кәңәштәрегеҙҙе ишеттек, зәхмәттән ҡотолоу юлы бары вакцина икәнен тағы бер ҡат аңлаттығыҙ. Рәхмәт, иҫән-һау булайыҡ!

Динә АРЫҪЛАНОВА.

Читайте нас