

Республикала һуңғы тәүлектә коронавирус инфекцияһын 290 кешенең йоҡтороуы асыҡланды. Аҙна башынан алып был һандың артыуға ғына барыуын күрәбеҙ. Пандемия осоронда был күрһәткес 53 169-ға етте. Тәүлектә 448 ауырыу һауыҡҡан, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәнә 12 пациент вафат булған. Был һан хәҙер 941-гә барып етте.
Рәсәйҙә тәүлек эсендә 20 914 кешенең сирҙе йоҡтороуы билдәле, 799 ауырыу вафат булған.
Республикала вакцинаның тәүге компонентын 1 073 648 кеше яһатҡан, тулыһынса прививкаланғандар – 871 995. Эпидемиологик хәлдең хәүефле булыуы көн кеүек асыҡ, вакцина яһатырға һуңламағыҙ.
Фото: molva33.ru