

Һаулыҡ һаҡлау министрлығына коронавирус таралыуы менән бәйле вакцина яһатыу тураһында һорауҙарҙың кәмемәүе тәбиғи күренеш, сөнки әлегә эпидемиологик хәл илдә ҡатмарлы, яуаптарға ҡарағанда һорауҙар күберәк. Айырыуса вакциналарҙың сифатына, хәүефһеҙлегенә ҡағылғандары байтаҡ. Ҡайһы берәүҙәр ”СпутникV” вакцинаһын ашығыс рәүештә киң ҡуллана башлау менән ризаһыҙлыҡ белдерә, уның хәүефһеҙлегенә икеләнеүселәр ҙә етерлек, сөнки ул Евросоюз тарафынан танылыу алмаған, ойошманың ковид картаһына индерелмәгән. Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононоваға ошондай йыш осраған һорауҙарға яуап биреүен һорап мөрәжәғәт иттек.
–Эйе, күптәр “Спутник V” вакцинаһын ашығыс рәүештә сирҙе иҫкәртеү өсөн ҡулланырға тотоноуҙы хупламай. Вакцина халыҡҡа барып еткәнсе күп һынауҙар үтә, ҡатмарлы тикшеренеүҙәр аша теркәлгәндән һуң тикшереү протоколдары баҫылып сыға. Бөтә вакциналар, препараттар өсөн аныҡ хуплау протоколдары, етештереүгә һәм киң күләмдә ҡулланыуға индереүгә рөхсәт документтары бар. Препаратты клиник һынау дүрт этаптан тора.
Тәүҙә уны хайуандарҙа һынап ҡарайҙар, көҙән, алйырҙан һәм башҡа кимереүселәрҙән һуң, клиник тикшереүҙәрҙе кешегә оҡшаш маймылдарҙа үткәрәләр. Вакцинаның хәүефһеҙлеге һәм антиесемдәр барлыҡҡа килтереү һәләте асыҡланғас, препаратты кешеләрҙә клиник һынауҙың беренсе фазаһы башлана. Был тикшеренеүҙәр ирекле башҡарыла. Һынау үтеүсе ирекмәндәрҙән бәләкәй төркөм туплана, уларға ҙур хаҡ түләнә. Кешеләрҙә үткәрелгән клиник һынауҙың тәүге фазаһында вакцинаның хәүефһеҙлеге иҫбатланғас, ул икенсе фазаға күсә. Ҡағиҙә булараҡ, быныһында йөҙәрләгән кеше ҡатнаша. Етештереүселәр вакцинаның хәүефһеҙлеген тикшереүҙе дауам итә, уны индереү дозаһын һәм режимын һайлай, сәләмәтлек өсөн зыян килтермәҫлек көслөрәк антиесемдәр эшләп сығарырлыҡ доза һайлана. Был фазаны уңышлы үткәндән һәм вакцинация схемаһы һайланғандан һуң, клиник һынауҙарҙың өсөнсө фазаһы башлана. Яңы этапта вакцина меңәрләгән кешегә яһала. Һынауҙа ҡатнашыу ирекле. Тик был осраҡта вакцинаның хәүефһеҙлеге иҫбатланған була инде. Шулай ҙа ҡайһы бер етешһеҙлектәрҙең күҙгә салыныуы ихтимал. Препараттың тәьҫирлеге баһалана, уның йоғоу һәм ауыр сиргә юлыҡтырыу ихтималлығы өйрәнелә.
–Ҡасан уны Евросоюзда таныуҙары, дауалауҙың юл картаһына индереүҙәре мөмкин?
– “СпутникV” ошо ҡатмарлы, ентекле клиник һынауҙарҙы уңышлы үтте. Тикшеренеүҙәр әле лә дауам итә, уға инструкция әҙерләнә. Мәҫәлән, ғалимдар вакцинаның ҡаҙатҡандан һуң сирҙе көсәйтеүенә йоғонто яһау һәләтен өйрәнә. Был бәйләнеш асыҡланмаған, клиник һынауҙарҙың өсөнсө фазаһы һөҙөмтәләре шуны раҫлаған. Әлегә вакцина Евросоюздың юл картаһына индерелмәгән, әммә оҙаҡламай был хәл үҙгәрәсәк, Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы уны хуплауҙың һуңғы этабы алдында тора. Тағы ла шуныһы яҡшы билдәле: вакцина тиҙ бирешә торған сирлеләрҙе, мәҫәлән, онкологик, онкогематологик ауырыуҙарҙы, дауалау буйынса ҡайһы бер Европа протоколдарына индерелгән.
”КовиВак” һәм “ЭпиВакКорона” вакциналарының икенсе һәм өсөнсө клиник һынауҙар фазалары тураһында халыҡ-ара отчеттары юҡ, шуға күрә Рәсәй биләмәһендә бары бер генә эшләүсе вакцина тураһында әйтә алабыҙ, ул - “СпутникV”.
–Балалар өсөн вакцина буласаҡмы?
–“СпутникV” вакцинаһын үҫмерҙәрҙә һынау башланды. Уның хәүефһеҙлеге раҫланғас, эпидемиологик күрһәткестәр буйынса балалар календаренә индерелеүе мөмкин.
–Вакциналарҙың ҡатындарҙың бала табыу функцияһына зарар килтереүе тураһындағы хәбәр дөрөҫмө?
– Был дөрөҫ түгел. Был темаға бер ниндәй ғилми публикация йәки иғлан булманы, бер осраҡ та теркәлмәне. Эйе, интернет селтәрендә етди хаталар ебәрелгән ялған бер нисә эштең булыуын беләбеҙ, уларҙың береһе лә ғилми журналдарҙа баҫылмаған. “Спутник V” вакцинаһының ҡатын-ҡыҙҙың бала табыу функцияһына зарары юҡ. Ул йөклө ҡатындарға прививка яһау өсөн рөхсәт ителгән. Башҡа вакциналарҙы тикшереү дауам итә. Әгәр ҡатын йөклөлөк ваҡытында коронавирусты эләктерһә, сабыйын таба алмауы йәки баланың үле тыуыу ҡурҡынысы бар. Шуға күрә йөклө ҡатындарҙы үҙҙәрен һәм тыуасаҡ сабыйҙарын хәүефтән һаҡлау өсөн вакцина яһатырға саҡырабыҙ.
– Вакцина ҡаҙатыу тромбозға килтермәйме?
– Ковидтың йыш ҡына тромбозға килтереүе билдәле. Шуға күрә дауалағанда табиптар антикоагулянттар ҡуллана. Вакцина тромбозға килтерә алмай, сөнки ундағы компоненттар организмда гиперреакция тыуҙырмай, тамырҙар йәки цитокин реакцияһын барлыҡҡа килтермәй.
- Вакцина яһатҡандан һуң ҡанды шыйығайтыусы дарыу эсергә кәрәкме?
– Үҙ белдегең менән дарыу эсеү яҡшыға килтермәй. Вакцина яһатҡандан һуң күберәк шыйыҡлыҡ эсегеҙ, физик көсөргәнеш тыуҙырған эштәрҙе башҡармағыҙ, көндө тыныс үткәрергә тырышығыҙ. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ.
Фото: Pressaufa.ru