

“Роспотребнадзор”ҙың Екатеринбургтағы “Вектор” фәнни үҙәге филиалы етәксеһе Александр Семенов: “Коронавирустан бөгөнгө вакцинация темпы һаҡланғанда, пандемия 2022 йылда ла тамамланмаясаҡ”, – тип белдерҙе.
Хәйләле вирус…
“Пандемияны еңеү тураһында фекер йөрөткәндә һәр һүҙҙе уйлап, һаҡлыҡ менән әйтергә кәрәк. Вакцина яһау барышын тиҙләтә алһаҡ, пандемия йәһәтерәк тамамланасаҡ”, – тине ғалим. Үткән йылдар тәжрибәһе, мәҫәлән, гонконг киҙеүе пандемик процестың тулыһынса тамамланыуы өсөн ике-өс йыл ваҡыт кәрәклеген иҫбатланы. Был тәү сиратта коллектив иммунитет барлыҡҡа килеү темпына бәйле.
Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә әле коронавирустан вакцина яһау дауам итә. Хәҙер беҙҙең мәкерле вирустан һаҡланыу өсөн дүрт вакцинабыҙ бар: “Спутник V”, “ЭпиВакКорона”, “КовиВак” һәм “Спутник Лайт”. Донъя ғалимдары һәм белгестәре ҡул ҡаушырып ятмай, улар башкөллө дәүләттәр, төбәктәр үҫешен тотҡарлаған, ҙур юғалтыуҙарға килтергән хәүефле вирустың хәйләле, мәкерле яҡтарын өйрәнә, фекер алыша.
Вирус ваҡытынан алда ҡартайыуға килтерә
Ысынлап та, вирус кешелек өсөн ҙур хәүеф тыуҙыра. Невролог Эркин Шәмсиев әйтеүенсә, организмға эләккән инфекция ваҡытынан алда ҡартайыу процесын шәбәйтә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, вирус организмға эләккәндән һуң, үпкәлә тромбоз барлыҡҡа килтереүҙән тыш, башҡа емергес көстәрҙе эшкә егергә мөмкин, ти ул. Табиптың дәлилдәрен РИА “Новости” порталы килтергән.
Неврологтың аңлатыуынса, ковид менән сирләгәндә иртә ҡартайыу стресс һөҙөмтәһендә нервы ҡаҡшауы һәм вирустың организмға тәбиғи тәьҫире менән бәйле. Һауыҡҡандан һуң мотлаҡ иммунитетты нығытыу кәрәклеген дә билдәләй белгес. “Йөҙөү, фитнес, спорттың башҡа төрҙәре менән шөғөлләнергә, дөрөҫ туҡланырға, артыҡ ауырлыҡтан ҡотолорға, саф һауала йышыраҡ булырға, насар ғәҙәттәрҙән арынырға кәрәк”, – тип иң әһәмиәтле шөғөлдәрҙе һанап киткән Эркин Шәмсиев. Ошо теләктәр тормош сифатын яҡшыртыу тигән төшөнсәне аңлата.
“Дельта” менән балалар ҙа ауырый
“Һинд штамы үҙен ангина һәм эсәк киҙеүендәге кеүек тота. Ауырыу билдәләре берҙәй. Бөгөн ул Рәсәйҙә лә хакимлыҡ итә. “Дельта-вирус” менән ауырығандар Мәскәүҙә лә күп, 90 процентҡа яҡын”, – ти Новосибирск вирусологтары һәм был вирустың “ухань” вариантына ҡарағанда хәүефлерәк, әүҙемерәк икәненә баҫым яһай.
Бөгөн бөтә донъя ғалимдары коронавирус мутацияларын һағайып күҙәтә. Ысынбарлыҡ шатландырмай, вирус яуызыраҡ, йоғошлораҡ була бара, сир ағышын ауырайта, йәштәрҙе аяҡтан йыға. Һуңғы осорҙа Һиндостанда ауырыу осраҡтары кәмегән, ә Рәсәйҙә, киреһенсә, арта. Молекуляр биология белгесе, профессор Константин Северинов, ошо хәлде асыҡларға тырышып, ышаныслы дәлилдәр килтергән. Уның фекеренсә, вирустар кеше организмын яңы, йәшәүгә нығыраҡ яраҡлашҡан варианттар селекцияһы өсөн резервуар рәүешендә ҡуллана. Бындай селекция йәнле организмдарға тереклек итергә мөмкинлек бирә, был – Дарвиндың эволюция теорияһының төп тезисы. Күптәр ауырыуҙы үткәрмәгәнгә күрә, вирусҡа йәшәргә, үрсергә урын да күп. Шуға күрә тиҙ йоғошло вирус варианттары ҙур өҫтөнлөккә эйә һәм башҡаларҙы үҙ биләмәһенән этәреп сығара. “Дельта” вирусының “ухань” вариантынан бер нисә тапҡырға йоғошлораҡ, мәкерлерәк икәнен күрҙек. Вирустар эволюцияһы – тәбиғи процесс, ул халыҡтың күпселеге сирләп бөткәндән йәки прививка яһатҡандан һуң таралыуҙан туҡталасаҡ.
Ҡасып ҡотолор әмәл юҡ...
Ғалим ҡайһы бер белгестәрҙең “оҙайлы ваҡытҡа һуҙылған вакцинация штамдар мутацияһына килтерә” тигән фекере менән килешмәй. “Әгәр беҙ вакцина яһатыуҙы тиҙ темпта һәм киң күләмдә үткәрһәк, вирусҡа үрсергә урын да, мөмкинлек тә ҡалмаясаҡ, шулай уҡ сирҙе йоҡторорлоҡ кешеләр ҙә булмаҫ. Вакцинация тулы күләмдә үткәрелмәһә, бер файҙа ла булмаҫы билдәле, вирус прививка эшләтмәгәндәрҙе зарарлаясаҡ һәм уның яңы варианттары барлыҡҡа киләсәк. Өҫтәүенә, яңы штамдарҙың вакцина яһатҡандар араһында ла таралыуы ихтимал”, – тип аңлата ул вакцина яһатыуҙың әһәмиәтен.
“Ни өсөн ҡайһы берәүҙәр сирҙе ҡаты үткәрә, ә кемдәрҙәлер, ауырыу билдәләре күҙәтелмәгәндә лә, антиесемдәр барлығы асыҡлана?” тигән йыш яңғыраған һорауға белгес түбәндәгесә яуап биргән: “Был мәсьәлә һис тә коронавирус менән бәйле түгел, ул һәр кемдең иммунитет үҙенсәлектәренән, генетика айырмалыҡтарынан, йәшәү рәүешенән тора”.
Белеүебеҙсә, вакцина ҡаҙатҡандан һуң организмда антиесемдәр күпмелер ваҡытҡа арта һәм аҙаҡ кәмей. Ғалимдың иҫбатлауынса, антиесемдәрҙең кәмеүе иммунитеттың юҡлығын аңлатмай. Күптәр өсөн антиесемдәрҙең барлығы йәки юҡлығы әһәмиәтле лә түгел, бары вакцинаның сирҙе булдырмауы өсөн көрәшеүе мөһим. Әммә әлегә вакцинаның һаҡлау тәьҫире оҙайлылығы мәсьәләһе асыҡ ҡала. Хәүеф төркөмөндә, барыһынан да элек, прививка эшләтмәгәндәр һәм әлегә сирҙе үткәрмәгән кешеләр тора.
“Вирус таралыуының бер генә юлы бар – ул кешенән кешегә күсә, әгәр ҙә беҙ, Ер шарындағы ете миллиард халыҡ, үҙ-ара килешеп, ике-өс айға ҡайҙалыр барып йәшеренәбеҙ икән, эпидемия, һис шикһеҙ, тәбиғи рәүештә юҡҡа сығасаҡ”, – ти биолог.
Үкенескә ҡаршы, беҙҙең вирустан ҡайҙалыр ҡасып йәшеренер урыныбыҙ ҙа, әмәлебеҙ ҙә, мөмкинлегебеҙ ҙә юҡ, әммә үҙебеҙҙе генә түгел, яҡындарыбыҙҙы, туғандарыбыҙҙы, таныштарыбыҙҙы сир йоҡтороуҙан һаҡларлыҡ ҡоралыбыҙ – дүрт төрлө вакцинабыҙ бар. Шулай булғас, әйҙәгеҙ, оҙаҡҡа һуҙмай, ошо мөмкинлектән файҙаланайыҡ!
Динә АРЫҪЛАНОВА.