Сәләмәт булайыҡ
18 Август 2021, 17:00

Йоҡлағанда аяҡ юрған аҫтынан сығырға тейеш, тиҙәр...

Төнгөлөккә йылы ойоҡбаш кейеп ятырға иһә бөтөнләй ярамай.

Йоҡлағанда аяҡ юрған аҫтынан сығырға тейеш, тиҙәр...Йоҡлағанда аяҡ юрған аҫтынан сығырға тейеш, тиҙәр...
Йоҡлағанда аяҡ юрған аҫтынан сығырға тейеш, тиҙәр...

Күптәр йоҡлаған саҡта аяҡтарын юрған аҫтынан сығарып ята. Баҡтиһәң, улар дөрөҫ эшләй икән. Шулай уҡ төнгөлөккә йылы ойоҡбаш кейеп ятырға бөтөнләй ярамай, сөнки йоҡлағанда тән температураһы бер аҙ төшә, организм һыуынырға теләй. Юрғанына тулыһынса бөркәнгән кешеләр артығын йылына, тирләй, уларҙың йоҡоһо боҙола.

Табиптар белдереүенсә, кешеләрҙең бик аҙы ғына 15-18 градус температуралы бүлмәлә йоҡлай. Был - йоҡо өсөн иң оптималь температура. Кәүҙә тап аяҡтар аша һыуынырға тейеш. Табандар юрған аҫтынан сығып торғанда организмға тән температураһын көйләргә уңайлыраҡ була, йоҡоға ҡамасаулай торған артыҡ йылылыҡ китеп бөтә. Тимәк, юрған аҫтынан аяғын сығарып йоҡлаусыларға көнләшергә генә ҡала.

Йоҡоларығыҙ татлы булһын!

Фото: 5-tv.ru

Автор:Карима Усманова
Читайте нас