Сәләмәт булайыҡ
19 Август 2021, 15:15

Ауыр сирлеләр арта

Республикала коронавирус инфекцияһын йоҡторған ауыр сирлеләр 80 кешегә еткән. Һуңғы тәүлектә 11 үлем осрағы теркәлгән.

Ауыр сирлеләр артаАуыр сирлеләр арта
Ауыр сирлеләр арта

Республикала коронавирус инфекцияһын йоҡторған ауыр сирлеләр 80 кешегә еткән. Һуңғы тәүлектә 11 үлем осрағы теркәлгән.

Әле стационарҙарҙа 779 ауырыу дауалана, күпселеге – 60 йәштән өлкәндәр. 11 пациент үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Тәүлек эсендә 386 ауырыу һауыҡҡан һәм тағы 22 меңгә яҡын кеше прививка яһатҡан. Башҡортостан дәүләт медицина университеты проректоры Виталий Викторов әйтеүенсә, Рәсәйҙә 90 миллионға яҡын кешене прививкалау бурысы тора, әле ярты юл үтелгән.

Сир нисек ауыр, мәкерле булмаһын, табиптар мөғжизә яһай. Мәҫәлән, Липецк ҡалаһының 1-се  ашығыс ярҙам дауаханаһы коронавирустан 103 йәшлек пациентты дауалап аяҡҡа баҫтырған, тип яҙа ТАСС.

Фото: omsk.kp.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас