Сәләмәт булайыҡ
20 Август 2021, 08:17

Баш мейеһенең сере күп...

Йыл һайын июль айында Бөтә донъя мейе көнө үткәрелә. Ул Бөтә донъя неврология федерацияһы тарафынан мейе сәләмәтлегенең мөһимлеген иҫкә төшөрөү өсөн иғлан ителгән. Неврология – медицинаның үҙәк һәм периферия нервы системаһы сирҙәре менән шөғөлләнгән, шул иҫәптән баш мейеһен өйрәнгән бүлеге.

 Һуңғы йылдарҙа баш мейеһен өйрәнеүҙә яңылыҡтар булыуына ҡарамаҫтан, уның эшмәкәр­легенең күп яҡтары беҙҙең өсөн ҡараңғы. Ғалимдар ошо йомаҡты сисеү өсөн нисәмә йыл баш вата. Баш мейеһе ғәмәлдә команда структураһы булып тора, кеше ағзаларының эшмәкәрлеген тәьмин итә. Ундағы һәр кире үҙгәреш кешенең тормошҡа һә­ләт­легендә сағыла, организм­дың төрлө системаларын ҡаҡшата.

Нервы системаһы сирҙәре, шул иҫәптән баш мейеһе ауырыуҙары ауыр эҙемтәләргә килтерә, ҡайһы саҡта уларҙы иҫкәртеү, күҙ алдына килтереү ҙә мөмкин түгел. Сәләмәт йәшәү рәүеше һәм мейе өсөн гимнастика уның ҡартай­мауын тәьмин итеүсе нигеҙ булып тора. Төп ҡағиҙәләр билдәле инде: зарарлы ғәҙәттәрҙән ҡотолоу, сәләмәт йоҡо, яҡшы туҡланыу, саф һауала йөрөү, физик күнегеүҙәр, аҡыл эшмәкәр­леге. Мейене даими күнектереү өсөн интеллектуаль йәһәттән алдынғы кешеләр менән аралашыу, әҙәбиәт уҡыу, кроссвордтар сисеү бик файҙалы. Беҙ тормошта файҙаланыу, мейе йәш булып ҡалһын өсөн бер нисә ябай ғына күнегеү тәҡдим итәбеҙ.

Беренсе күнегеү. Бер ҡулы­ғыҙҙы йоҙроҡҡа төйнәгеҙ, икенсе­һенең ус яғын өҫкә ҡаратығыҙ. Яйлап ҡына ҡулдарығыҙҙың торошон алмашлап үҙгәртегеҙ: йоҙроҡ – ус – йоҙроҡ – ус. Күнегеп алғандан һуң тиҙлекте артты­рығыҙ.

Икенсе күнегеү: ҙур ғына ҡағыҙ киҫәге алып, ике ҡулығыҙға ла ҡәләм тотоғоҙ һәм бер үк һүрәтте ике ҡулығыҙ менән төшөрөргә тырышығыҙ. Күнегеүҙе геометрик һындарҙы төшөрөүҙән башлау яҡшыраҡ. Аҙаҡ ҡатмар­лыраҡ бурысҡа тотонорға мөмкин.

Өсөнсө күнегеү – аҙыраҡ үҫешкән ҡулығыҙ менән төрлө эш башҡарығыҙ. Был мейенең икенсе ярымшарын үҫтерергә һәм ундағы процестарҙы әүҙемләште­рергә ярҙамлашасаҡ. Дүртенсе күнегеү – өй интерьерын үҙгәр­теүҙән ҡурҡмағыҙ, әйберҙәрҙе күсерегеҙ. Бер үк ғәҙәттәр баш мейеһен арыта, уға ла төрлөлөк кәрәк. Эштән йәйәү ҡайтҡанда маршрутты үҙгәртергә тыры­шығыҙ. Сәйәхәт ҡылыу, төрлө ерҙә ял итеү хәтерҙе яҡшырта, тип иҫәпләй неврологтар.

Читайте нас