

– Һин ниндәй вакцина ҡаҙаттың?
– “ГамКовидВак”ты, ул иң тәьҫирлеһе, тиҙәр бит.
– Ә мин Чумаков институтында етештерелгәнен көтәм, иртәгә “КовиВак” беҙҙең поликлиникаға килә, тиҙәр. Үҙебеҙҙең яҡташыбыҙ Айҙар Ишмөхәмәтов етәкселек иткән үҙәктә етештерелгәнгә күрәме, уға ышанысым көслөрәк, тап ошо вакцинаны яһатҡым килә...
“Кем аҙаҡҡы?”
– Ҡайһыһын яһатһаң да, барыберҙер инде ул, тик шул зәхмәттән ҡотолорға ярҙам итһен, йонсотто бит, – тине эскәмйәлә сират көтөп ултырған оло йәштәрҙәге ханым. – Балалар “ЭпиВакКорона” тигәнен яһатты, бер ниндәй кире эҙемтәһе булманы, һәләк яҡшы кисерҙек, тинеләр. Улар бит эш кешеләре, тәүгеләрҙән булып прививка ҡаҙаттылар. Себерҙән ялға ҡайтҡан улым да ошонда вакцина яһатҡас, күңел бер аҙ тынысланды әле.
...Дүртөйлө үҙәк район дауаханаһы эргәһендәге поликлиниканың вакцинация пунктында укол ҡаҙатырға сиратта ултырған ҡатындарҙың әңгәмәһенә оҡшаш фекер алышыуҙарҙы бөгөн башҡа медицина учреждениеларында, йорттарҙа, эш урындарында ла йыш ишетергә мөмкин. Мәғлүмәт ифрат күп, ҡайһы саҡта кешегә “иген бөртөктәре араһынан ҡый үләнен” айырыуы ауырлаша, шулай ҙа халыҡтың күпселеге икенсе йыл дауамында ҡотороуын дауам иткән сирҙе еңеү өсөн вакцина яһатыу мөһимлеген яҡшы аңлай. Беҙ быны Дүртөйлө үҙәк дауаханаһында эшләгән медицина хеҙмәткәрҙәре һәм прививка яһатырға сиратта торған олоһо-кесеһе менән осрашыуҙа ла тойҙоҡ.
– Мин үҙем дә табип-невролог. Алты йыл инде Себерҙә эшләйем, йәйге ялға тыуған яҡҡа һағынып ҡайттым. Дүртөйлөлә вакцинаның икенсе компонентын яһатырға булдым, – ти анкета тултырып ултырған Гүзәл Нурҡаева.
Вакцина яһатыу кабинетынан сыҡҡан ирле-ҡатынлы менән танышабыҙ.
– Тәүәккәлләргә булдыҡ, аҙаҡ һуң булып ҡуйыуы ихтимал, – ти уҡытыусы Татьяна Массаева. – Икеләнеүҙәрҙе еңдек, сөнки вирустың үҙ теләге менән китергә иҫәбе юҡлығын күрәбеҙ, элекке ғәҙәти тормошҡа тиҙерәк ҡайтҡыбыҙ килә...
“Сәләмәтлек үҙәге”ндәге вакцина яһатыу кабинеты көнөнә 130–150 тирәһе кешене ҡабул итә. “Иртәнге сәғәт 8-ҙән киске сәғәт 8-гә тиклем ике сменала эшләгән кабинеттың буш торғаны юҡ”, ти процедуралар башҡарыусы шәфҡәт туташы Миләүшә Ғиләжева. Быйыл табиптарға буласаҡ хеҙмәттәштәре, Башҡортостан дәүләт медицина университеты студенттары, ярҙамға килгән. Диана Шәрипова университеттың IV курсында уҡып йөрөүе менән бергә йәйге каникулда ярҙам итергә, тәжрибә тупларға теләк белдергән. Йәнәш кабинетта пациенттарҙы ҡабул иткән фельдшер Гөлназ Надиҡова һәр кемдең сәләмәтлек торошо менән ҡыҙыҡһына, сатурация кимәлен, ҡан баҫымын үлсәй.
Кабинеттан вакцина яһатып, ҡәнәғәт төҫ менән сыҡҡан участка лесничийы Илшат Лоҡмановтан ни өсөн бөгөн вакцина яһатырға тәүәккәлләүен белешәбеҙ. Ғүмеренең күп өлөшөн урманда, саф һауала, тәбиғәт ҡосағында үткәргән мыҡты кәүҙәле, әзмәүерҙәй егетте бында ниндәй ниәт алып килгән? “Вирус йәшен-ҡартын аяп тормай, кем булып, ҡайҙа эшләгәнеңде лә һанға һуҡмай. Үҙеңде генә түгел, ғаиләңде, яҡындарыңды мәкерле сирҙән ҡурсалау өсөн прививка яһатырға булдым, – тине ул. – Дөрөҫ эшләгәнмендер, тип уйлайым”.
“Кем аҙаҡҡы?” тип сиратҡа баҫҡандар кәмемәй әле. Былай барһа, көҙгә тиклем коллектив иммунитет булдырыу моратына ла ирешербеҙ, моғайын. Дүртөйлөләрҙең күпмеһе вакцина яһатып өлгөргән икән, белешәйек...
“Тәүге тулҡынға әҙер булмай сыҡтыҡ...”
Дүртөйлө үҙәк район дауаханаһының баш табибы Айҙар Рәлиф улы Хаматов “саҡырылмаған ҡунаҡ”тың холоҡ-фиғелен, үҙенсәлектәрен белмәү арҡаһында тәүге осорҙа ниндәй ауырлыҡтар кисереүҙәре, мәкерле сирҙе ҡаршылауға әҙер булмауҙары, Дүртөйлө ҡалаһында ковид-госпиталде нисек тиҙ арала асыуҙары хаҡында һөйләне.
“Тәүге сирлеләрҙең һәр береһен исемләп белдек, дауалау серҙәрен өйрәндек, тәжрибә тупланыҡ. Хәҙер инде беҙ был хәйләкәр, яуыз “дошман”ды танып белеүҙән тыш, тейешенсә “ҡоралландыҡ”: бөтә һаҡланыу, йоғошһоҙландырыу саралары, препараттар, заманса ҡорамалдар етерлек кимәлдә. 25 койка-урынға кислород үткәрелде. 12 үпкәне яһалма елләтеү аппаратын бушлай бирҙеләр. Заманса компьютер томографы алдыҡ. Тәүлек эсендә Кушнаренко, Саҡмағош, Дүртөйлө, Иглин райондарынан килгән йөҙгә яҡын кешене хеҙмәтләндерәбеҙ. Дарыуҙар ҡиммәт булһа ла, ҡытлыҡ тойолманы. Бер флаконы 50-60 мең һум торған препараттар ҙа бар.
Ошо осорҙа дүрт меңдән ашыу кеше сирҙе эләктерҙе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер ҡаты сирлеләрҙең ғүмерен һаҡлап ҡалып булманы. Үлем осраҡтары һәр саҡ ауыр кисерештәр уята, үҙеңә, һөнәреңә ҡарата ышанысты ҡаҡшата. Иң ауыр мәл, әлбиттә, ковидтың аңлайышһыҙ, үтә хәүефле тәүге тулҡыны булды. Ковид-госпиталь аша өс райондан 800-гә яҡын кеше үтте”, – тине Айҙар Рәлиф улы. Хәҙер был госпиталь юҡ инде, әммә эш табиптар өсөн арта ғына.
“Эпидемия беҙҙе сыныҡтырҙы...”
– Эпидемиологик хәл хәүефле булыуға ҡарамаҫтан, медицина хеҙмәткәрҙәренең үҙ эшен тыныс, ғәҙәттәгесә башҡарыуы һиҙелә. Коронавирустың эргәбеҙҙә йәшәүенә барыбыҙ ҙа күнектек, ахыры... Мәкерле сирҙең өсөнсө тулҡынына әҙерһегеҙме, Айҙар Рәлиф улы?
– Беҙ бөгөн эпидемияның яңы һынауҙарына әҙербеҙ, тип әйтә алам. Иң мөһиме – психологик яҡтан үҙебеҙҙе ныҡлы, ышаныслы тоябыҙ. Ике фильтр-бокста эшләүсе табиптар ауырыуҙарҙың хәл-торошон тикшерә, вирусҡа ҡаршы дарыуҙар менән тәьмин итә, дауа тәғәйенләй. “Ни өсөн бөгөн үҙебеҙҙе тынысыраҡ, ҡыйыуыраҡ тоябыҙ?” тигән һорауға яуап бер: илдә ошо хәүефле сирҙе туҡтатырлыҡ көскә эйә булған вакцина яһатыу дауам итә, Рәсәйҙең бер түгел, дүрт вакцинаһы бар, яңы препараттар уйлап табыу өҫтөндә даими эш бара.
Районыбыҙҙағы халыҡтың 60 проценты аңлы рәүештә вакцинаның тәүге компонентын яһатты. Ә медицина хеҙмәткәрҙәренең 90 проценты прививкалы, сөнки улар һәр көн хәүеф менән йөҙгә-йөҙ осраша. Мин үҙем февраль айында уҡ “Спутник V” препаратын ҡаҙаттым.
– Айҙар Рәлиф улы, вакциналарҙың сифатына зарар килмәһен өсөн ниндәй эштәрҙе башҡарырға тура килә?
– Быныһы ла бик етди эш. Бөтәһе лә инструкция буйынса башҡарыла, “һыуыҡ сылбыр” бер осраҡта ла өҙөлмәй. Махсус һыуытҡыстар алдыҡ. “Спутник V” вакцинаһы мотлаҡ 18 градус һыуыҡта һаҡланырға тейеш. Өс күсмә контейнерыбыҙ бар. Фельдшер-акушерлыҡ пункттарына ошо ҡорамалдар ярҙамында вакциналарҙы илтәбеҙ. Ауыл халҡының күпселеген алтмышты уҙған ололар тәшкил итә, уларҙың хәүеф төркөмөндә икәнлеген иҫәпкә алып, ветерандар араһында прививка яһатыуҙы киңерәк йәйелдерергә кәрәклеген аңлайбыҙ. Әлегә районда вакцина эшләткән халыҡтың ни бары 20 процентын өлкән йәштәгеләр тәшкил итә.
– Бәлки, ололар менән йышыраҡ осрашырға, дәртләндереү сараларын уйлап ҡарарға кәрәктер?..
– Урындарҙа эпидемиологик хәл торошо, сирҙең эҙемтәләре тураһында аңлатыу эше ойошторолған, хеҙмәт коллективтары менән дә тығыҙ бәйләнеш булдырылған. Мәҫәлән, Ленин исемендәге хужалыҡ вакцина яһатҡан эшселәрен дәртләндереү өсөн икешәр мең һум аҡса бирергә ҡарар иткән. Әлбиттә, матди байлыҡ, аҡса, премия вәғәҙәләп кенә кешене ҡыҙыҡтырыу йәки мәжбүрләү мөмкин түгел. Барыһы ла һәр кемдең аңлы рәүештә хәлде баһалауы, үҙенең һәм ғаилә ағзаларының сәләмәтлеген хәстәрләү теләге менән бәйле.
– Һаулыҡ һаҡлау министрлығы биргән бөгөнгө мәғлүмәтте генә алып ҡарайыҡ: республикала теркәлгән 875 вирус ҡорбанының 703-өн тап алтмыш йәште уҙғандар тәшкил итә. Был һан көн дә үҙгәреп тора. Вирусты йоҡтормаһалар, ваҡытында прививка яһатҡан булһалар, моғайын, күптәре бөгөн дә яҡындарын шатландырып, йүгереп йөрөр ине. Йәл...
– Бер вакцинаға ла “сир йоҡтороуҙан һаҡлаясаҡ” тип өмөт бағларға ярамай, әммә ул сирҙең ауыр эҙемтәләренән, үлемдән һаҡлаясаҡ. Һеҙ, вирусты йоҡторһағыҙ ҙа, йәшәйәсәкһегеҙ!
Мин бит үҙем дә был хәүефле сирҙе үткәрҙем, шуға күрә уның ағзаларға зарарын, эҙемтәләрен яҡшы күҙ алдына килтерәм, һис икеләнмәйенсә ата-әсәйемде вакцина яһатырға күндерҙем.
– Һеҙҙең менән бер сәғәткә яҡын әңгәмәләшеп ултырабыҙ, тик бер тапҡыр ҙа кадрҙар ҡытлығына зарланманығыҙ...
– Медицина тармағы өсөн шундай ҡатмарлы осорҙа ең һыҙғанып, сәғәт механизмы кеүек бер туҡтауһыҙ эшләгән коллегаларыма рәхмәтлемен. Ысынлап та, кадрҙарға ҙур ҡытлыҡ булғаны юҡ, һуңғы өс айҙа ғына һигеҙ белгес килеүенә ҡыуандыҡ. Бишеһе – маҡсатлы белем алыу программаһы буйынса. “Ауыл табибы” программаһына ярашлы эшкә килеүселәр бар.
Беҙ бөгөн, онколог, эндокринолог белгеслеге буйынса йәш ғаилә эшкә килмәҫме икән, тип өмөтләнәбеҙ. Улар өсөн фатир ҙа әҙерләгәнбеҙ, рәхим итһендәр генә! “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты һөҙөмтәһендә алдынғы һанлы медицина ҡорамалдарына байыныҡ, ике рентген ҡорамалы, маммограф урынлаштырылды, кабинеттар ремонтланды. Әгәр ҙә бөгөндән йәнә “ҡыҙыл зона” асырға мохтажлыҡ килеп тыуһа, беҙ тулыһынса ғәҙәттән тыш хәлгә әҙер, 24 сәғәт эсендә ябыҡ зона пациенттарҙы ҡабул итә башлаясаҡ. Әммә күңелдә бындай киҫкен ваҡиға ҡабатланмаҫ, көҙгә тиклем коллектив иммунитет барлыҡҡа килтереү өсөн вакцина яһауҙы уңышлы тамамларбыҙ, тигән өмөт ҡуҙы йәшәй. Беҙ ошоға өлгәшергә тейешбеҙ ҙә.
- Динә АРЫҪЛАНОВА әңгәмәләште.