

“Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы райондарҙа дауам итә. Ауыл халҡы белгестәрҙән кәңәш һорай, медицина тикшереүе үтә, тәүге медицина ярҙамын ала.
Әлеге көнгәсә акцияла 59806 кеше тикшереү үткән, социаль әһәмиәтле 2090 сир асыҡланған. Шик тыуған осраҡтарҙа граждандар диагнозын асыҡлау өсөн тикшереүгә ебәрелгән, уларға дауалау тәғәйенләгәндәр һәм табип контроленә алғандар.
Бригадалар алты районда график буйынса эшләүен дауам итә. Өфө маршруты Саҡмағош районында (23-24 августа – Байбулат ауылында, 25-27 августа – Яңы Ҡото ауылында); Дыуан маршруты Дыуан районында (23-27 августа – Вознесенка ауылында); Октябрьский маршруты Миәкә районында (20-24 августа – Көсөгән ауылында, 25-27 августа – Мәнәүезтамаҡта); Нефтекама маршруты Борай районында (23-24 августа – Ваныш ауылында, 25-27 августа – Оло Баҙраҡта); Стәрлетамаҡ маршруты Федоровка районында эш башлай (23-24 августа – Златоуст ауылында, 25-27 августа – Көйөргәҙе районының Бахмут ауылында); Белорет маршруты Йылайыр районында эшен дауам итә (20-30 августа – Йылайыр ауылында). Табиптарға алдан яҙылыу кәрәкмәй.
“Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһына ярашлы 11119 кеше вакцинаның тәүге компонентын яһатҡан, шул иҫәптән 4314-е – алтмыш йәштән өлкәндәр. 6117 кеше прививканы тулыһынса тамамлаған.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.