

Республикала көн һайын коронавирусты йоҡтороу осраҡтары арта, һуңғы тәүлектә йәнә 293 кешенең сирҙе эләктереүе асыҡланды. Үлем осраҡтары ла артыуын дауам итә, тәүлек эсендә 12 ауырыуҙың сирҙе еңә алмауы билдәле булды. Ковид ҡорбандары һаны 964-кә етте.
Республика биләмәһендә пандемия башланғандан алып сирҙе йоҡторғандар һаны 53 753 кеше тәшкил итте. Был хаҡта республика оператив штабы хәбәр итә. Тәүлек эсендә 588 пациент һауыҡҡан.
Рәсәйҙә тәүлек эсендә 20 992 кеше сирҙе йоҡторған, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 785 ауырыу вафат булған. Әлегә тиклем вакцина яһатырға икеләнеп йөрөгән булһағыҙ, прививка ҡаҙатырға ашығырға кәңәш итәбеҙ. Республикала 203 вакцина эшләтеү пункты бар, рәхим итегеҙ!
Фото:Progorodnsk.ru