Сәләмәт булайыҡ
20 Август 2021, 13:00

“Мине өгөтләү кәрәкмәй...”

Комбинатҡа эшкә урынлашҡанда ковидтан прививка яһатыуҙы талап итмәйҙәр, бары ПЦР-тест һөҙөмтәһен биреүҙе һорайҙар.

“Мине өгөтләү кәрәкмәй...”“Мине өгөтләү кәрәкмәй...”
“Мине өгөтләү кәрәкмәй...”

 “Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты” акционерҙар йәмғиәтенең автотранспорт предприятиеһы водителе Айнур Дауытов коронавирустан тәүгеләрҙән булып вакцина яһатты.

– Прививка ҡаҙатырғамы, юҡмы, тип икеләнмәнем. Мине өгөтләү кәрәкмәй, сөнки бары вакцина ғына сирләмәҫкә һәм яҡындарымды һаҡларға ярҙам итәсәк. Беҙ ҡатыным һәм балаларым менән йыш ҡына ауылға барып йөрөйбөҙ, унда йәшәгән туғандар һаулығын да уйларға кәрәк. Комбинатта эшләгән бер туған ҡустым да, әсәйем дә прививка яһатты. Хәләл ефетем тәүҙәрәк вакцина яһатыуға ышанмайынсараҡ ҡарай ине, һөҙөмтәлә сирләне. Мин ауырыманым, моғайын, вакцина ярҙам иткәндер, тип уйлайым. Ҡатыным һауыҡҡас, оҙаҡ уйлап торманы, ул да вакцина яһатты. Мин прививканы яҡшы үткәрҙем, беренсе тапҡыр ҡаҙатҡанда ғына температура күтәрелде, хәлһеҙлек тойҙом, барыһы ла тиҙ үтте, – тип һөйләне Айнур.

Аңлатыуҙарынса, комбинатҡа эшкә урынлашҡанда ковидтан прививка яһатыуҙы талап итмәйҙәр, бары ПЦР-тест һөҙөмтәһен биреүҙе һорайҙар.

Комбинатта февраль айында башланған  прививка яһатыу киң ҡолас менән дауам итә, 17 авгусҡа 2 892 кешенең вакцина эшләтеүе билдәле, был хеҙмәткәрҙәрҙең дөйөм һанының  57,19 проценты тигән һүҙ. Үҙәк ҡала дауаханаһының медицина хеҙмәткәрҙәре килешеү нигеҙендә комбинат эшселәренә прививка яһай.

Елена Папанина фотоһы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас