

Күптәрҙе эсәр һыу проблемаһы борсой. Ҡалала автоматтарҙан һыу алыу ғәҙәти ғәмәлгә әүерелде, уның сифатын халыҡ маҡтай, ҡайнатҡанда сәйнүккә юшҡын ултырмай, тиҙәр.
Был хәл һыуҙың сифаты тураһында һөйләйме? Сәйнүктәге юшҡындың сәләмәтлеккә зыяны бармы? Ниндәй миҡдарҙа ул зарарлы, фильтрҙар ҡулланыу һөҙөмтәлеме?Ошо һорауҙарға Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең бүлексә мөдире Светлана Ғилманова яуап бирә.– Юшҡындың барлыҡҡа килеү сәбәбе – һыу үткәргес һыуындағы тоҙҙарҙың ултырыуында. Һыуҙы ҡайнатҡанда был тоҙҙар углекислый газға һәм ҡаты матдәгә тарҡала. Шуның һөҙөмтәһендә юшҡын барлыҡҡа килә.Организмға аҙ миҡдарҙа ғына юшҡындың эләгеүе хәүефле түгел. Әммә юшҡынлы һыуҙы даими ҡулланыуҙан сәләмәтлеккә зарар килеүе ихтимал. Кешенең ашҡаҙанында юшҡын тарҡалғандан һуң, тоҙ берләшмәләре ҡанға эләгә һәм бөтә организмға тарала. Һөҙөмтәлә тоҙҙар быуындарға ултыра, бөйөрҙәрҙә һәм үт ҡыуығында таш барлыҡҡа килә, ҡан тамырҙары тарая. Өҫтәүенә һыуҙың тәм сифатын кәметә. Шуға күрә таҙартыусы фильтрҙар ҡулланығыҙ, – ти Светлана Ғилманова.