Сәләмәт булайыҡ
21 Август 2021, 18:00

Күберәк эсергә, аҙыраҡ ашарға...

Селләлә юғары температура һөҙөмтәһендә организм һыуһыҙлана, ныҡ тирләү арҡаһында электролиттар ҡытлығы башлана, баш әйләнеүе, уҡшытыуы, тән тартышыуы ихтимал...

Күберәк эсергә, аҙыраҡ ашарға...Күберәк эсергә, аҙыраҡ ашарға...
Күберәк эсергә, аҙыраҡ ашарға...

Йәйге селләлә тәбиғәт ҡосағында ял итеү һәйбәт, әлбиттә. Тик тап ошо осорҙа сәләмәтлегеңде күҙәтергә лә онотмаҫҡа кәрәк. “Роспотребнадзор”, Мәскәү өлкәһендә эҫелек 34 градусҡа еткәс, хатта эш биреүселәрҙе эш көнөн ҡыҫҡартырға саҡырҙы. Терапия һәм иҫкәртеү медицинаһының Милли медицина тикшереүе үҙәге директоры Оксана Драпкина селләлә нимә эшләргә ярамағанын иҫкә төшөрҙө.

– Эҫелә тән температураһы күтәрелеүенә булышлыҡ иткән һәм организмға уны төшөрөргә ҡамасаулаған бөтә нәмәнән дә ҡотолорға кәрәк, – тип кәңәш итә Оксана Драпкина. – Ҡояшта оҙаҡ тормағыҙ, оҙайлы физик көсөргәнеш тыуҙырған эштәрҙе ҡалдырып тороғоҙ. Шулай уҡ аш-һыуға мул табындар артында ултырыу һеҙҙең сәләмәтлек файҙаһына түгел, ҡайнар ашты сикләргә тырышығыҙ. Селләлә дөрөҫ кейенеү мөһим. Ул бик еңел, һауа үткәрмәле булһын. Тәбиғи туҡыманан (мамыҡ, етен) тегелгән кейемдәр – иң яҡшыһы.

Эҫелә шыйыҡлыҡты күберәк эсергә кәрәк, ғәҙәти һыу һәм морстар хаҡында әйтеүем. Шәрбәтле эсемлектәр һыуһынды баҫмай, киреһенсә, сарсата ғына. Селләлә алкоголле эсемлектәр ҡулланыу организм өсөн айырыуса хәүефле.

Кемдәргәлер эҫелә лә эшләргә тура килә. Эшселәр организмдың һыуһыҙланыуы һәм артыҡ йылыныуы билдәләрен күҙҙән ысҡындырмаһын ине. Даими һыу эсеү, тәнәфестәр яһау мотлаҡ. Ял итеү бүлмәләре һалҡынса, елләтелә торған булырға тейеш. Эҫелә эшләү һүлпәнлекте арттыра, эшкә һәләтте, иғтибарлылыҡты кәметә.

Эҫе көндә организмда хроник сирҙәрҙе киҫкенләштергән үҙгәрештәр башланыуы ихтимал. Ҡан әйләнеше боҙолоуы, электролиттар кәмеүе, ҡан тамырҙары киңәйеүе, йөрәк ҡыҫҡарыуҙары йышайыуы мөмкин. Ҡайһы берәүҙәр һыуыныу өсөн елдә еүеш кейем менән йөрөргә әүәҫләнә, үтә һыуыҡ эсемлектәр эсергә ярата. Был ғәҙәттәрҙең йоғошло һәм һалҡын тейеү сирҙәренә килтереүе бар. Хатта ангина һәм пневмонияға юлыҡтырыуы мөмкин.

Селләлә юғары температура һөҙөмтәһендә организм һыуһыҙлана, ныҡ тирләү арҡаһында электролиттар ҡытлығы башлана, баш әйләнеүе, уҡшытыуы, тән тартышыуы ихтимал. Ауыр осраҡтарҙа тән температураһы күтәрелә, тире ҡорой, тын алыуы ауырлаша, аң юғалтыу хәүефе бар. Был үҙгәрештәрҙең ҡояш һуғыуы һөҙөмтәһендә башланыуы ихтимал. Баш мейеһенә зарар килеүе, хатта үлемгә дусар итеүе бар. Ошондай хәүефле хәлгә юлыҡмау өсөн үрҙә әйтелгән ҡағиҙәләрҙе үтәргә тырышығыҙ.

 

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас