Сәләмәт булайыҡ
23 Август 2021, 07:30

23 бала – дауаханала

Баштағы раҫлау дөрөҫ булмай сыҡты...

23 бала – дауаханала23 бала – дауаханала
23 бала – дауаханала

Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле хәлдәр әле һаман ҡатмарлы булып ҡала. Көн һайын 300-гә яҡын кешелә сир асыҡлана, 10-12 кеше вафат булып тора. Һуңғы һандар менән бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Азат Рәхмәтуллин таныштырҙы.

Тәүҙәрәк, коронавирус менән балалар сирләмәй, ти инек. Әммә хәҙер сирҙе улар ҙа йоҡтора һәм ауыр кисерә. Министр урынбаҫары белдереүенсә, әлеге ваҡытта 23 бала коронавирус менән дауаханала ята.

Өлкәндәргә килгәндә, дүрт мең кеше дауаханаларҙа ята, уларҙың 2500-е 60 йәштән өлкәндәр. Дөйөм алғанда, пандемия башланыу менән был вирус 54639 кешелә асыҡланды. Һуңғы тәүлектә – 297 кешелә.

Башҡортостанда халыҡты коронавирустан вакцинациялау ҙа әүҙем дауам итә. Тулыһынса прививканы 916 мең кеше һалдырған, уның беренсе компонентын 1104000 кеше яһатҡан.

- Әле запаста 200 меңдән ашыу доза вакцина бар. 1,1 миллионды эшләнек. Беҙгә тағы 800 мең кешене вакцинацияларға кәрәк. Кешегә бының ни тиклем кәрәк икәнлеген аңлатырға кәрәк, - тине Радий Хәбиров. 

 

Фото:  ptzgovorit.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас