

Белгестәрҙең яңы тикшеренеүҙәре йәшел сәйҙең тағы ла файҙалы яҡтарын асҡан. Уларҙың раҫлауынса, был сәйҙе даими эсеү йөрәк сирҙәрен һәм инсульттың барлыҡҡа килеүен 25 процентҡа кәметә. Экспериментта ҡатнашҡан 100 мең 902 кешенең сәләмәтлек торошо тикшерелгән. Уларҙың береһендә лә йөрәк өйәнәге, инсульт йәки яман шеш күҙәтелмәгән.
Яңы тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, йәшел сәй – ғүмер оҙайлығын арттырыуға йоғонто яһаған эсемлек. Экспериментта ҡатнашыусыларҙы ике төркөмгә бүлгәндәр: береһендә – сәйҙе даими эскәндәр, икенсеһендә – уны урыҡ-һурыҡ ҡына ҡулланғандар. Кардиологтарҙың Европа йәмғиәте шундай һығымтаға килгән: йәшел сәйҙе йыш эсеү илле йәшлек кешелә йөрәк сирҙәре һәм инсультты ике йылға тиклем кисектерә.
Быға тиклем белгестәр сәйҙә полифенолдар булыуы йөрәк-ҡан тамырҙары системаһын сирҙәрҙән һаҡлай тип иҫәпләһә, әле улар организмда биологик әүҙем матдәләрҙең оҙаҡ һаҡланмауын, шуға күрә сәләмәт булыу өсөн йәшел сәйҙе даими эсеү кәрәклеген билдәләгән.
Фото: urolar.ru