Сәләмәт булайыҡ
24 Августа 2021, 11:15

Вирус ҡорбандары меңдән ашты

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәүлектә 15 ауырыу вафат булған...

Добавить в предпочтительные источники Google
Вирус ҡорбандары меңдән аштыВирус ҡорбандары меңдән ашты
Вирус ҡорбандары меңдән ашты

Республикала һуңғы тәүлектә коронавирус инфекцияһы йәнә 300 кешелә асыҡланды. Был – ысынлап та, пандемия осорондағы антирекорд. Сирҙе йоҡторғандар һаны 54 939-ға етте. Тәүлек эсендә 491 кеше һауыҡҡан.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәүлектә 15 ауырыу вафат булған. Был һан да - пандемия осорондағы иң ҙуры.  Вирус ҡорбандары 1014 кеше тәшкил итә.

Рәсәйҙә тәүлек эсендә 18 833 кешелә коронавирус инфекцияһы асыҡланды, 794 ауырыу вафат булған.

Республикала вакцинаның беренсе компонентын – 1 111 643, икенсеһен 927 911 кеше ҡаҙатҡан.

Фото: Горобзор.

 

Автор:Дина Арсланова