

Донъяның аҫтын-өҫкә килтергән, мәктәп тормошона ла ҙур йоғонто яһаған коронавирус инфекцияһы тураһында бөгөн һүҙ алып бармау мөмкин түгел. Яңы уҡыу йылы ғәҙәттәгесә күңелле, эшлекле шарттарҙа үтһен өсөн уҡытыусынан ниҙәр талап ителә? Был һорауға Өфөләге 25-се белем биреү үҙәгенең директор урынбаҫары, физика уҡытыусыһы Гөлкәй Урал ҡыҙы Байморатова яуап бирә.
– Һүҙҙе үҙемдән башлайым. Мәкерле вирус барыбыҙҙы ла йонсотто, әүәлгесә сир йоҡтороуҙан ҡурҡмай, аралашып, битлектәрҙән ҡотолоп йәшәге килә. Унан ҡотолоу юлы бер генә – вакцина яһатыу. Быны аңлап, мин прививка яһаттым, үҙемде сирҙән аралайым тип кенә уйламайым, эргәмдәге хеҙмәттәштәремдең сәләмәтлеге өсөн дә борсолам.
Тәүҙәрәк ковидтың балаларға йоҡмауы тураһында хәбәр бер ни тиклем тынысландырһа, хәҙер килеп, уның бәләкәстәрҙе лә аямауы, ҡаты сиргә һабыштырыуы башҡа килтереп һуҡҡандай булды. Эйе, уҡытыусылар – аңлы халыҡ, күбеһе үҙ теләге менән вакцина яһатырға өлгөрҙө. Кем әлегәсә эшләтергә өлгөрмәгән йәки икеләнеп йөрөгән, тиҙерәк прививка ҡаҙатырға ашығыр, тип уйлайым, сөнки көҙгө осорҙоң киҙеү, һалҡын тейеү менән ҡатмарлашыуы ихтимал. Уҡытыусыларҙың күпләп ауырыуы уҡыу процесын аҡрынайта, белем биреү кимәлен кәметә.
– Коронавирус мәктәп тормошона ниндәй үҙгәрештәр индерҙе?
– Ғәжәп, әммә ыңғай яғы ла һиҙелде. Пандемияға тиклем беҙҙең өсөн онлайн режимында дәрестәр үткәреү үтә ауыр, ҡатмарлы эш кеүек тойола ине. Мохтажлыҡ килеп тыуғас, йәһәт кенә өйрәнмәйекме! Бер аҙна эсендә барыһын да үҙләштерҙек. Ошо эшкә яуаплы итеп тәғәйенләгәс, хатта кис, төн бит инде, тип торманыҡ, бер-беребеҙгә шылтыратышып, техник мәсьәләләрҙе хәл итештек. Дистанциянан тороп уҡыуҙы яҡшы ойошторһаҡ та, балаларҙың мәктәпте һағыныуын, яратҡан уҡытыусыларын юҡһыныуын тойҙоҡ. ”Ҡасан мәктәпкә килергә була?” – тиҙәр бит. Беҙ үҙебеҙ ҙә уларҙы һағындыҡ. Әле мәктәптә бөтә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү өсөн саралар күрелә, уҡыусылар ағымы бер-береһе менән тап килмәһен өсөн айырым үтеү урындары бүленгән, термометрия ойошторола, социаль дистанция һаҡлана. Бер ни тиклем уңайһыҙлыҡ тыуҙырған ғәмәлдәргә лә, ҡағиҙәләргә лә күнегелде.
Йәш белгес Гөлкәй Урал ҡыҙы менән әңгәмәне тулыһынса “Башҡортостан” гәзитенең алдағы һандарында уҡый алаһығыҙ.
Фото: шәхси архивтан.