

Өфөләге Республика кардиология үҙәгендә һирәк эшләнә торған операция яһалды. Быға тиклем пациентҡа аортаның күкрәк өлөшөнә яһалма протез ҡуйыу операцияһы эшләнгән һәм ул кардиология үҙәгендә күҙәтелгән.
Табиптар аневризма төҙөлөшөнөң ҡатмарлы булыуы арҡаһында стентграфт менән аневризма ҡыуышлығы араһында ҡан ағыуын күргәндәр. Патологияны пациентты тикшереү барышында асыҡлағандар. Хирургтар шундай ҡарарға килгән: елем композицияһы ярҙамында ҡан китеүен туҡтатырға.
Операцияны бүлексә мөдире Тимур Хафизов етәкселегендәге белгестәр командаһы башҡарған. Уларға онлайн режимында Федераль нейрохирургия үҙәге бүлексәһе мөдире Сергей Карасев ярҙам иткән. Операция бер сәғәт барған.
Аортаны махсус иретмә менән йыуҙырғандан һуң, катетер аша елем индергәндәр. Бындай медицина елеменә алмаш юҡ, ти табиптар. Уны индереү өсөн процедураға әҙерлек барышында махсус шарттар булдырыу ҡаралған. Ниндәй генә шыйыҡлыҡ менән бәйләнешкә ингәндә лә уның бик тиҙ ҡатыу үҙенсәлегенә эйә булыуы билдәле. Бары махсус иретмә генә уны ҡатыуҙан һаҡлай.
Әле пациент табиптар күҙәтеүендә. Бер нисә көндән тыуған Ҡариҙел районына юлланасаҡ. Элек бындай операциялар үҙәктә үткәрелмәгән.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.