Сәләмәт булайыҡ
26 Август 2021, 08:00

Сирҙе йоҡторғандар бөгөн дә күп

Һуңғы тәүлектә 14 кешене табиптар ҡотҡара алмаған...

Сирҙе йоҡторғандар бөгөн дә күпСирҙе йоҡторғандар бөгөн дә күп
Сирҙе йоҡторғандар бөгөн дә күп

Оператив штабтың хәбәр итеүенсә, һуңғы тәүлектә республикала тағы ла 302 кешенең коронавирус инфекцияһын йоҡтороуы асыҡланды. Пандемия башланғандан алып сирҙе йоҡторғандарҙың дөйөм һаны 55 540 кеше тәшкил итә.

Вафат булғандар һаны ла артыуын дауам итә. Һуңғы тәүлектә йәнә 14 кешене табиптар ҡотҡара алмаған. Вирус ҡорбандары республикала 1043-кә етте. Уларҙың күпселеге – өлкән йәштәгеләр.

Тәүлек эсендә 450 ауырыуҙың һауыҡҡаны билдәле. Әле стационарҙарҙа 703 пациент дауалана, 57-һе ауыр хәлдә.

Республикала 950 меңдән ашыу кеше вакцинаны тулыһынса яһатты. Үткән тәүлектә генә 19535 кеше прививка эшләткән.

 

Фото: “Горобзор”.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас