Сәләмәт булайыҡ
27 Август 2021, 06:30

Бишенсе вакцина теркәлде

“ЭпиВакКорона-Н”  “АURORA-CoV” тауар билдәһе менән етештереләсәк.

Бишенсе вакцина теркәлдеБишенсе вакцина теркәлде
Бишенсе вакцина теркәлде

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирустан тағы бер вакцинаны теркәне. “ЭпиВакКорона-Н” – дарыу сараларынан дәүләт реестрына индерелгән бишенсе вакцина. Ул апрелдә теркәлгән пептидлы “ЭпиВакКорона” вакцинаһының  яңыртылған варианты булып тора. Айырмаһы – етештереүҙең технологик үҙенсәлегендә, яңыһында  синтезлау уңайлы булһын өсөн  ике пептид берләштерелгән, тип аңлата “Вектор” ғалимдары.

Ҡулланманан күренеүенсә, прививка 14 көн айырмаһы менән ике тапҡыр яһала. Уның компоненттарына һиҙгерлек көслө булғанда, аллергия реакциялары күҙәтелгәндә, киҫкен йоғошло, хроник сирҙәр баш ҡалҡытҡанда вакцинаны ҡулланырға ярамай. Шулай уҡ йөклөлөк осоронда, бала имеҙгәндә, яман шеш, ҡан ауырыуҙары менән сирләгәндә был препаратты ҡаҙамайҙар.

“ЭпиВакКорона-Н”  “АURORA-CoV” тауар билдәһе  менән етештереләсәк.

Фото:ria.ru

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас