Сәләмәт булайыҡ
27 Август 2021, 07:21

Изгелек һәм өмөт өләшә

Степан Чиглинцев.Степан Чиглинцев.
Фото:Степан Чиглинцев.

Мишкә ауылы ҡыҙы Гөлшат Нурғәлиева бала саҡтан шәфҡәт туташы булырға хыяллана.

Нәҫелдәрендә табиптар ҙа, шәфҡәт туташтары ла юҡ, ә ауыл фельдшерының эше былай ҙа күп. Кемдер оло йәштәге өләсәйгә ярҙам итергә тейеш бит! Гөлшат әйтеүенсә, барыһы ла нисектер үҙенән-үҙе килеп сыға: ул өләсәһенә укол ҡаҙарға, уның ҡан баҫымын үлсәргә өйрәнә.

Урта мәктәпте тамамлағас, башҡа һөнәр һайлау тураһында уйлап та ҡарамай, тура медицина колледжына юллана ул. Тырыш ҡыҙ уҡыуын Өфөлә башлай, һуңғы курста Бөрө медицина-фармацевтика колледжына күсә. Нәҡ ошо ҡалала ул бәхетен таба, кейәүгә сығып, шунда ҡала. Акушерлыҡ бүлегендә уҡыуын тамамлағас, балалар баҡсаһында шәфҡәт туташы булып хеҙмәт юлын башлай.

Бер ни тиклем ваҡыттан һуң бын­дағы эштең күңеленә ятмауын аңлай, һөнәри белемен яуаплыраҡ урында ҡулланырға теләй. Ныҡыш­мал белгес Бөрө үҙәк район дауа­ханаһының терапия бүлегенә урынлаша һәм бына 15 йыл ошо татыу коллективта тырышып хеҙмәт итә. Тәжрибәле, һөнәренә ғашиҡ, кешелекле Гөлшат Нурғәлиева бурыстарын еренә еткереп башҡара, шуға ла уны хөрмәт итәләр.

– Бик иғтибарлы һәм яуаплы, – ти уның тураһында бүлек пациенттары. – Ҡан тамырын да тиҙ таба, уколды ла ауырттырмай яһай.

Гөлшат Нурғәлиева әйтеүенсә, тормошобоҙ йәшен тиҙлегендә үҙгәрә, заман технологиялары йәшәйеште үҙгәртә. Әммә кешелек өсөн һәр саҡ кәрәкле һөнәрҙәр бар, ул да булһа – шәфҡәт туташы. Бер ниндәй технология ла, робот та ауырыу кешеләрҙе тулыһынса хәстәрләй һәм дауалай алмай. Бында кешеләрҙе яратыу, кеселекле булыу мөһим. “Ҡайһы саҡта бер йылмайыуың да пациентҡа көс бирә, йүнәлеүгә өмөт уята, кәйефен күтәрә”, – ти ул.

 

- Ольга ПЛАТОНОВА.

 

Бөрө ҡалаһы.

Читайте нас