

Республикала “Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк” акцияһы дауам итә. Ул эш барышында бөтә райондарҙы үҙ эсенә аласаҡ.
Бөгөнгә 62 484 кешенең һаулығы тикшерелгән, социаль-әһәмиәтле сирҙәр асыҡланған осраҡта улар артабан тикшереү, диагнозды раҫлау, дауалау өсөн ебәрелгән һәм ауырыуҙар контролгә алынған.
Бригадалар алты районда график буйынса эштәрен дауам итәсәк: Өфө маршруты Благовар районында эш башлай (30-31 августа Пришиб ауылында, 1-2 сентябрҙә - Танда, 3-6 сентябрҙә Иҫке Күсәрбайҙа); Дыуан маршруты Дыуан районында эш башлай (30 август - 3 сентябрҙә Озеро ауылында); Нефтекама маршруты Борай районында эшен дауам итә (30-31 августа Ҡоҙашта, 1-3 сентябрҙә Иҫке Бикмәттә); Октябрьский маршруты Миәкә районында эшен дауам итә (30-31 августа Оло Ҡарҡалыла, 1-3 сентябрҙә Шатмантамаҡта); Стәрлетамаҡ маршруты Көйөргәҙе районында эшен дауам итә (30-31 августа Бөгөлсәндә, 1-3 сентябрҙә Зәк-Ишмәттә); Белорет маршруты Йылайыр районында эшен дауам итә (20-30 августа Йылайыр ауылында, 31 август-1 сентябрҙә Ҡананикольскиҙа, 2 сентябрҙә Яманһаҙҙа, 3 сентябрҙә Һабыр ауылында).
Акция барышында 11 702 кеше вакцинаның беренсе компонентын яһатты, икенсеһен – 6 860 кеше. Табипҡа алдан яҙылыу кәрәкмәй, ҡабул итеү сират тәртибендә алып барыла.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.