Сәләмәт булайыҡ
27 Август 2021, 17:00

Түлһеҙ парҙар өмөтләнә...

Август айына ҡарата ЭКО-ға сиратта 1896 парҙың тороуы билдәле. Был процедура тыуымды арттырыуға ни тиклем ярҙам итә?

Түлһеҙ парҙар өмөтләнә...Түлһеҙ парҙар өмөтләнә...
Түлһеҙ парҙар өмөтләнә...

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы республикала яһалма аталандырыу процедураһын күпме парҙың көтөүен хәбәр итте. Август уртаһына ЭКО процедураһына сиратта 1896 парҙың тороуы билдәле.

Исемлектә тороусы ҡатындар документтарын 2020 йылдың аҙағынан башлап 2021 йыл дауамында тапшырған. Шуларҙың 941-е ЭКО-ның тәүге этаптарын үткән.

Башҡортостанда был процедураны үткәреү тыуымды арттырыуҙың бер юлы булып тора. Йыл һайын ошо маҡсатҡа республика бюджетынан өҫтәмә аҡса бүленә. Быйыл 2050 цикл өсөн аҡса һалынған. Тик был барыһының да уңышлы буласағын гарантияламай.

ЭКО процедураларының уртаса 30 проценты тыуым менән тамамлана. Мәҫәлән, былтыр ошо ғәмәлде 2025 ҡатын үткән, ә барлығы 630 бала донъяға килгән.

 

Фото: nashirody.ru

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас