Сәләмәт булайыҡ
27 Август 2021, 07:19

Тармаҡ белгестәре менән көслө

Эльдар Фәттәхов.Эльдар Фәттәхов.
Фото:Эльдар Фәттәхов.

...Ҡолағыма шат тауыш ишетелә. “Балаларҙың ихлас көлөүенән дә татлыраҡ ғәмәл бармы донъяла? Бер ниндәй моң да, йыр ҙа уға тиңләшә алмай. Йәшәйешебеҙ асылы ошо ғәзиздәребеҙҙә бит”, – тигән уйҙар менән тауыш сыҡҡан яҡҡа күҙ һалам.

Күрше бүлмәләге бала янында, әйтерһең дә, фәрештә, ул үҙенең йомшаҡ ҡулдары, яғымлы һүҙҙәре менән бәләкәстең сәләмәтлеген ҡайғырта, уның менән уртаҡ тел табырға тырыша. Шундай киң күңелле, мәрхәмәтле балалар табибы ул Луиза Батыршина. 

 Луиза Кәбир ҡыҙы сығышы ме­нән Ғафури районының Сәйет­баба ауылынан. Башҡортостан дәүләт медицина университе­тының педиатрия факультетын тамамлағас, баш ҡалала балалар табибы булып хеҙмәт юлын башлаған. Унан Стәрлетамаҡҡа күсеп, оҙаҡ йылдар 4-се балалар поликлиникаһында эшләгән, әлеге ваҡытта балалар дауаханаһында баш табип урынбаҫары булып хеҙмәт юлын дауам итә.

– Балалар табибы булыу бала саҡ хыялым ине, сөнки уларҙы сикһеҙ яратам. Аллаға шөкөр, хыялым тормошҡа ашты. Табип һөнәре иңемә ятҡас ҡына, яҙмы­шым бәләкәс пациенттарымдың, йәмғиәттең яҙмышы менән бер һуҡмаҡҡа барып тоташҡанын аңланым. Үҙ көнөм өсөн генә түгел, ә кескәйҙәр киләсәгенә лә яуаплы икәнмен: ни тиклем етди, мөһим һөнәр һайлағанымды йылдан-йыл нығыраҡ тоям, – тип башланы һүҙен ул.

Луиза Кәбир ҡыҙы әйтеүенсә, ҡыҙҙарҙы бәләкәйҙән дөрөҫ тәрбиәләү, һаулығын ҡайғыртыу сараларын күреү менән беҙ киләсәк сәләмәт быуынға нигеҙ һалабыҙ. Йөклөлөктө, ауырға ҡалыуҙы планлаштырыу мотлаҡ. Сәләмәт бала табырға теләһәң, был көтөлмәгән хәл булырға тейеш түгел. Ҡатын-ҡыҙ, алдан уҡ үҙенең һаулығын хәстәрләп, хроник ауырыуҙарын дауаларға тейеш.

Ғөмүмән, буласаҡ әсәй һәм атай иңенә оло яуаплылыҡ ята. Сәләмәт тормош алып барыу, шәхси гигиена ҡағиҙәләрен үтәү, дөрөҫ туҡланыу кеүек саралар мөһим булһа, һау бала табыу өсөн ышаныслы бер генә енси партнер булыуы ла етди шарт. Былар барыһы ла сәләмәт быуын тәрбиәләүгә килтерә, ти белгес.

– Дауаханаға эләккән бала­ларҙың һаулығы ҡаҡшауының сәбәбе күпкә тәрәнерәк. Ата-әсә айырылышыу процесы алдында торғанда, ғаиләлә бер туҡтауһыҙ низағтар булған хәлдә, ғаилә тарҡалғанда, кескәйҙәрҙең сирләү ихтималлығы күпкә арта, тигән һығымта яһаным. Ябайлаштырып әйткәндә, ҡапыл ауырып китеп, бала ата-әсәһенән иғтибар талап итә. Ғөмүмән, ғаиләләге мөхит тыуасаҡ сабыйға, төрлө йәштәге балаларҙың һаулығына ла ҙур йоғонто яһай. Миҫал өсөн, төрлө енәйәтселәрҙе, психик сирлеләрҙе тикшерә башлаһаң, уларҙың тайпылышҡа килтергән проблемалары бала саҡтан барлығы асыҡлана. Шул осорҙа алған психологик йәрәхәттең ҙур фажиғә­ләргә сәбәпсе булыуы ихтимал. Ғәҙәттә, былар ололар тарафынан баһаланмаған һәм ваҡытында сара күрелмәгән, – ти табип.

Луиза Кәбир ҡыҙы билдә­ләүенсә, баланың иммун систе­маһын нығытыуға ҙур иғтибар бүлергә кәрәк. Был күп шарттарға бәйле: дөрөҫ туҡланыу, йоҡо режимы, баланың һәләттәренә һәм физик мөмкинлектәренә ҡарап, күнекмәләр эшләү, саф һауала йөрөү, тыныс психологик мөхит булдырыу – сәләмәтлектең төп билдәләре ошо.

– Ашҡаҙан-эсәк юлдары торошо иммун системаһына ҙур йоғонто яһай, шуға күрә бала тыуғас, туҡланыуын яйға һалып, контролдә тоторға кәрәк. Йылы аш, йәшелсә, еләк-емеш, һөт ризыҡтары – эремсек, кефир, сыр, йомортҡа, балыҡ кеүек ризыҡтар һәр кемдең рационында булырға тейеш. Шулай уҡ прививкаларҙы ла ваҡытында эшләтеп барырға кәрәк, – ти белгес.

Әлбиттә, дөрөҫ тәрбиәләгән, баҡҡан хәлдә лә бала сирләмәй тормай. Был осраҡта бигерәк тә йәш ата-әсә ҡаушап ҡала. Ни эшләргә?

– Ата-әсә көн дә баланы үҙ янында күргәс, уның хәлен дөрөҫ баһаламауы ихтимал, шуға күрә, аҙ ғына сирләгән һымаҡ тойолһа ла, табипты саҡыртыу мөһим. Температура йә йүткереүҙән үҙаллы дарыуҙар биреү хәлде киҫкенләштереүе ихтимал. Ғөмүмән, балаларҙы үҙ белдегең менән дауалау хәүефле, – тип кәңәштәре менән уртаҡлашты табип.

Луиза Кәбир ҡыҙы Батыршина  – үҙе лә күп балалы әсә, ҡәҙерле ҡатын. Эшен белгәнгә, яратҡанға, кешелекле һәм кеселекле булғанға уны сикһеҙ ихтирам итәләр. Һаулыҡ һаҡлау тармағы шундай белгестәр менән көслө.

 

- Гөлкәй ҠЫУАТОВА.

 

Стәрлетамаҡ ҡалаһы.

Читайте нас