Сәләмәт булайыҡ
27 Август 2021, 10:00

Йәнә 15 кеше вафат...

Рәсәйҙә 798 ауырыуҙың вафат булыуы билдәле.

Йәнә 15 кеше вафат...Йәнә 15 кеше вафат...
Йәнә 15 кеше вафат...

Әлегә тынысланырға бер сәбәп тә юҡ. Коронавирус инфекцияһы республикала таралыуын дауам итә.

Һуңғы тәүлектә вирусты йоҡторғандар һаны 301-гә артҡан һәм 112 ауырыу һауыҡҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сир тағы ла 15 кешенең ғүмерен өҙҙө. Был – республика өсөн иң юғары күрһәткес. 24 һәм 25 августа ла шунса үлем осрағы теркәлгәйне. Вирус ҡорбандарының дөйөм һаны 1058-гә етте.

Пандемия башланғандан алып республикала мәкерле  сирҙе  5 841 кешенең йоҡтороуы билдәле.  Вакцина яһатыу  Башҡортостанда дауам итә, ике компонентын да яһатҡандар һаны - 963364 кеше.

Рәсәйҙә һуңғы тәүлектә сирҙе йоҡторғандар  19509 тәшкил итә. 798 ауырыуҙың вафат булыуы билдәле.

Фото:Башинформ.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас