Сәләмәт булайыҡ
30 Август 2021, 16:00

"Араҡы еҫкәүҙе алйотлоҡ тип иҫәпләйем"

Халыҡ араһында коронавирусҡа бәйле уйҙырмаларға Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш эпидемиологы Азат Мөхәмәтйәнов яуап бирә.

"Араҡы еҫкәүҙе алйотлоҡ тип иҫәпләйем""Араҡы еҫкәүҙе алйотлоҡ тип иҫәпләйем"
"Араҡы еҫкәүҙе алйотлоҡ тип иҫәпләйем"

“Бер нисә йылдан һуң вакцинаның организмға ниндәй эҙемтәһе булырын бер кем дә белмәй” тигән имеш-мимештең киң таралыуы билдәле.

Халыҡ араһында коронавирусҡа бәйле уйҙырмаларҙың береһенә Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш эпидемиологы Азат Мөхәмәтйәнов яуап бирә.

"Һеҙ иртән омлет яһағанығыҙ бармы? Күҙ алдына килтерегеҙ: һөт, йомортҡа алып, барыһын да ҡушып болғатаһығыҙ, тоҙ һалаһығыҙ һәм ҡыҙған табаға ҡояһығыҙ. Был аҙыҡтар һеҙгә яҡшы таныш, бына тигән тәмле омлет килеп сыға. Бер ай үткәндән һуң ул һеҙгә нисек тәьҫир итәсәк? Бер нисек тә түгел. Был ваҡытта һеҙҙең организмығыҙҙа уның эҙе лә ҡалмаясаҡ. Вакцинаны ошондай уҡ ысул менән яһайҙар. Ғалимдар бик яҡшы өйрәнелгән таныш матдәләрҙе бергә ҡуша, улар аҙаҡ ниндәй химик реакция буласағын, ҡасан тарҡаласағын белә.

Прививка яһатҡандан һуң матдәләрҙең бер нисә йылға организмығыҙҙа һаҡланып ҡалыуы мөмкин түгел. Улар антиесемдәр барлыҡҡа килтерергә ярҙам иткәндән һуң бер нисә тәүлек үткәс тә организмдан сығарыла. Бер йылдан һуң эҙе лә ҡалмаясаҡ.

“Коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар араһында еҫ һиҙеү, тәм тойоу юғалыу осраҡтары бар. Кемдәрҙер был функцияларҙы тиҙерәк тергеҙеү өсөн араҡы еҫкәргә ҡуша...” Был уйҙырмаға табиптың яуабы ҡәтғи: ”Ковидтан һуң еҫ-тәм тойоуҙы тергеҙгән дарыуҙар юҡ. Араҡы еҫкәүҙе алйотлоҡ тип иҫәпләйем, интернет аша аҡыл һатҡандарҙың кәңәшен тыңламағыҙ”, - тип белдерҙе Азат Мөхәмәтйәнов.

Фото: news.myseldon.com

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас