Сәләмәт булайыҡ
30 Август 2021, 05:00

Бәхәскә нөктәне табип ҡуя

Халыҡ һуңғы ваҡытта үҙендә күпме антиесем барлығы менән бер-береһе менән бүлешә, “ярыша” башланы.

Бәхәскә нөктәне табип ҡуяБәхәскә нөктәне табип ҡуя
Бәхәскә нөктәне табип ҡуя

Халыҡ араһында коронавирус менән бәйле төрлө  уйҙырмалар, ялған хәбәрҙәр йөрөй. Мәҫәлән, шуларҙың береһе:”Антиесемдәрҙе ай һайын тикшереп торорға кәрәк, улар юҡҡа сыҡҡас ҡына вакцина яһатырға мөмкин”. Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш инфекционисы Дамир Вәлишиндың яуабы бәхәскә нөктә ҡуя.

–Антиесемдәрҙең күпме икәнлеген тикшереп тороу кәрәкмәй. Халыҡ һуңғы ваҡытта үҙендә күпме антиесем барлығы менән бер-береһе менән бүлешә, “ярыша” башланы. Киҙеүҙән прививка яһатҡанда бер кем дә антиесемдәрен тикшертеү тураһында уйлап та ҡарамай бит. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының һәм ғалимдарҙың фекеренсә, антиесемдәргә тестарҙы вакцина яһатыу тураһында ҡарар ҡабул итеү өсөн файҙаланырға ярамай. Уларҙың булыуы иммунитеттың барлығын аңлатмай. Һығымта: антиесемдәрҙең кимәле ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, вакцина яһатырға кәрәк.

Тағы бер уйҙырма: ”Бер кем дә беҙгә нимә ҡаҙағандарын белмәй, вакцинаның составын әйтмәйҙәр, ә уҡырға табиптар бирмәй”.  Бөтә мәғлүмәт дарыу сараларының дәүләт реестрында бар. Ҡулланмалар бирелгән. Һәр кем  улар менән ентекле таныша ала, – тип аңлатты табип.

Фото:Kamgov.ru.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас