

Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле һуңғы яңылыҡтар ниндәй? Был турала Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һөйләне.
Әлегә хәлдәр яҡшырҙы тип әйтеп булмай. Республикала коронавирус диагнозы ҡуйылған кешеләр һаны әллә ҡасан 56 меңдән ашты һәм 56748 тәшкил итә. Һуңғы тәүлектә йәнә 304 кешелә инфекция асыҡланған.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, коронавирустан үлгән кешеләр һаны ла арта, һуңғы тәүлектә 14 кеше вирус ҡорбаны булған. Барлығы 1101 кешене был инфекция мәңгелек йортона алып киткән.
Пандемия башланғаны бирле 51733 кеше сирҙе еңгән, 54 кеше һуңғы тәүлектә шәбәйгән.
Максим Забелин белдереүенсә, әлеге ваҡытта 3245 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана, 669 пациент стационарҙа ята. Был сирҙәр өсөн республика дауаханаларында 4545 урын булдырылған, уның 88 проценты тулған.
Вакцинацияға килгәндә, прививканың беренсе компонентын 1150148 кеше һалдырған, икенсеһен – 984694 кеше. Радий Хәбиров райондарға вакцина йәһәтенән эште ҡыҙыулатырға ҡушты.
Фото: news.myseldon.com