

Республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин бөгөнгө Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә яңы уҡыу йылына әҙерлек һәм Белем көнөнөң нисек үтере тураһында һөйләне.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҡыу йылын хәүефһеҙ башлар кәрәк тине, сөнки хәҙер балалар ҙа коронавирус менән ауыр сирләй. Шуға күрә элек уҡытыусыларҙы яҡлау төп талап булһа, хәҙер балаларҙы ла ныҡлап инфекция йоғоуҙан һаҡларға кәрәк.
Тантаналы линейкалар айырым кластар һәм параллелдәр өсөн асыҡ һауала бөтә мәктәптәрҙә лә үтәсәк. Битлек режимын үтәү шарты менән уларға ата-әсәләр ҙә индереләсәк.
Уҡыусылар ағымын айырыу өсөн инеү урындары төрлө төҫтәр менән билдәләнәсәк. Балалар кабинет системаһы буйынса уҡыуын дауам итәсәк. Мотлаҡ рәүештә һауа рециркуляторҙары эшләйәсәк, уҡыу кабинеттары тәнәфес ваҡытында елләтеп тороласаҡ.
Уҡытыусыларҙа битлек режимы һаҡланасаҡ, әммә дәрес ваҡытында уға битлеген һалырға рөхсәт ителә. Вакцинацияға килгәндә, министр белдереүенсә, бөгөнгә ҡарата уҡытыусыларҙың 70 проценты коронавирусҡа ҡаршы прививка һалдырған.
Шулай уҡ мәктәптәрҙә 500-ҙән ашыу медицина инспекторы эшләйәсәк.
Радий Хәбиров муниципалитеттар башлыҡтарына мөрәжәғәт итеп, мәктәп директорҙары менән кәңәшмә үткәрергә ҡушты. Улар пандемия осоронда мәктәптә уҡытыуҙы хәүефһеҙ ойоштороу тураһында ныҡлап һөйләшергә тейеш.
Һаулығында тайпылыштар булған балалар тәүге аҙналарҙа дистанция тәртибендә уҡып торасаҡ. Бындай сирҙәр исемлеге билдәләнгән, уны ошо һылтанма буйынса инеп ҡарарға мөмкин: https://health.bashkortostan.ru/activity/28823/. Был теләк буйынса башҡарыла. Ата-әсәләр үҙҙәренең мәктәбенә ғариза яҙа, бала барлыҡ кәрәкле девайс менән тәьмин ителә һәм башҡаларҙыҡы кеүек тәртиптә уҡыясаҡ. Уға уҡыу әсбаптары һәм дәфтәрҙәре лә биреләсәк.
Фото: Сергей Крамсков.